+16 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
16 Октября 2023, 08:00

ИРҘЕ ЮЛДАН ЭҘЛӘЙҺЕҢ УЛ

Түбәндәге лаҡапты ишеткәнегеҙ бармы? ...Имеш, эсеүенән буйтым ялыҡҡан сабырһыҙ бисә иҫерек ирен ауыл осондағы юл сатына сығарып һала. Йәнәһе, күҙенә лә күренмәһен, эт урынына эйәртеп алып китһәләр ҙә риза...

Добавить в предпочтительные источники Google
ИРҘЕ ЮЛДАН ЭҘЛӘЙҺЕҢ УЛИРҘЕ ЮЛДАН ЭҘЛӘЙҺЕҢ УЛ
ИРҘЕ ЮЛДАН ЭҘЛӘЙҺЕҢ УЛ

Әмәлгә ҡалғандай, йүнсел генә бер тол ҡатын һөйрәкләп алып ҡайта «алкаш»ты. Ашатып-эсереп, йыуындырып-кейендереп, тиҙ арала әҙәм төҫөнә индерә лә былар һәүетемсә йәшәй ҙә китә.

Тәүге ҡатыны кире ҡайтарырға маташа ла бит, юҡ шул, яңы йәмәғәте яҡын да килмәй, тиҙәр, өҫтәүенә, көндәшенә әмәлен дә өйрәткән әле:

– Юлдан эҙләйһең инде, юлдан...  

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас