+11 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
27 Октября 2023, 07:00

Серле ҡумта

Өфөнлә йәшәүсе бер өләсәй үҙенең ҙур фатирын һатып, күсемһеҙ милектән килгән аҡсаһын банкка һалып ҡуймай, ә балконына йәшереп ҡуя. Ҡатындың аҡсаһы балкондағы ҡумтала һаҡланғанын етенсе класта уҡыған ейәне нисектер белеп ала ла, өләсәһенең арыу ғына суммаһын сәлдерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Серле ҡумтаСерле ҡумта
Серле ҡумта

Малай был аҡсаға машина һатып алырға уйлап, өлкән дуҫтарынан ярҙам һорай. Улар ярҙамында "ВАЗ-2107" автомобилен алалар, ә тегеләр малайҙың “ҡаҙнаһы” барлығын белеп алғас, әкренләп унан аҡса һура башлай. Хатта уны "счетчик"ка ҡуйып, тағы аҡса килтереүҙәрен талап итәләр, төрлөсә янайҙар.. Һөҙөмтәлә өләсәйҙең тупланмалары өс “Жигули” автомобиленә әйләнә. Был турала уҡыусы бала өләсәһенән балконда тотолғас ҡына һөйләп бирә. 

Ваҡиға факты буйынса тикшереү башлана. Полиция аҡса талап итеүселәрҙе эҙләй.

Фото: news.myseldon.com

 

 

Автор:
Читайте нас