Шулай бер мәл ауылға урыҫ ғаиләһе күсеп килде бит. Балыҡ промыслаһы буйынса бер нисә айға командировкаға килгәндәр, тинеләр. Уныһы ярай ҙа, тик икенсе мәсьәлә борсой ине – шул урыҫтарҙың улының беҙҙең апайға күҙе төшкән бит! Уныһы ярты бәлә, апайым да уға, үҙем әйтмешләй, үлеп ғашиҡ булған. Атайым – уҫал кеше, ауылда абруйлы. Апайға: “Килһә, сығып йөрөмә”, – тип ҡырт киҫте, ә үҙе, әлбиттә, кейәү йоратына бер һүҙ әйтмәйәсәк. Уҫал булһаҡ та, кешегә тота килеп ябырылып бармайбыҙ. Тик килә бит теге егет апай янына, апай шым ғына ҡаршыһына сыға. Атайҙың асыуы ҡабара, әммә түҙә. Шул саҡ атайҙың төпсөк ҡыҙы – мин был ваҡиғаға нөктә ҡуйырға булдым, әхирәттәремде йыйып, шау ҡыҙҙарҙан торған “мафия” теге егетте ҡаршы алырға булдыҡ.
Кис етте. Эй көтәбеҙ, эй көтәбеҙ, өшөп бөттөк. Шулай ҙа көтөп алдыҡ. Күренеү менән мин: “Ана, килә!” –тип ҡысҡырыуым булды, әхирәттәр “еҙнәгә” ташланмаһынмы, әй! Тын алырға ла ирек бирмәйбеҙ, йығып һалып, тегене дөмбәҫләйбеҙ генә.
Ҡыҙҙарҙан туҡмалып, оялышынан икенсе көндө килмәҫ тип уйланыҡ һәм уйҙар дөрөҫлөккә сыҡты, “еҙнә” килмәне. Әммә бер аҙнанан килгән. Беҙ тағы “осрашыуға” йыйылдыҡ. Биҙҙерҙек тиһегеҙме егетте ҡыҙҙан, улайһа яңылышаһығыҙ, ана, апайым менән еҙнәм әле лә бергә, балаларын үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша. Их, был мөхәббәт, уға сит ни, милләт ни, йәш ни...
https://ashkadar.com/articles/azabi/2019-12-13/e-n-ne-k-r-gen-bir-ek-794556