+28 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
9 Декабря 2023, 05:00

ӘРМЕ ҺИНӘН КЕШЕ ЯҺАЯСАҠ!

Әрмегә алыныусылар зыу килешеп военкоматта медицина тикшереүе үтә. Күҙ табибы бүлмәһенә бер егет килеп инде. – Был ниндәй хәреф?– А.– Юҡ, «Б». Ә быныһы?– В.– Түгел, «И»!.. Ҡуй, етер! Яҡындан һуғышыуға яраҡлыһың. “Годен!”

ӘРМЕ ҺИНӘН  КЕШЕ ЯҺАЯСАҠ!ӘРМЕ ҺИНӘН  КЕШЕ ЯҺАЯСАҠ!
ӘРМЕ ҺИНӘН КЕШЕ ЯҺАЯСАҠ!

Ошо уҡ егет ҡолаҡ тикшереүсегә барып керҙе.
– Ҡолағыңда сайыр бар. Ниңә таҙаламайһың?
– Ул сайыр түгел, шампан бөкөһө. Әрмегә оҙатыу кисендә дуҫтарым иҫтәлек өсөн ҡултамғаларын яҙып тығып ҡуйҙы.
– Баҫ анау мөйөшкә. Ишетеү һәләтеңде тикшерәм. Мин шыбырлап әйткән һандарҙы ҡабатла: 92.
– 102.
– Туҡта, ниңә улай? Мин туҡһан ике тинем бит!
– Долларҙың курсы бөгөнгә 92, евроныҡы – 102.
– Разведкаға эшкинәһең. “Годен!”. Тай бынан!
Киләһе сәйәхәт – невропатолог бүлмәһе. Табип ҡулына бәләкәй генә сүкеш алып егеттең бармаҡтарына, ҡул суҡтарына һуҡҡылап ҡараны:
– Беленәме?
– Эйе.
– Ә хәҙер?.. Ой!!! – Тубыҡ ҡапҡасына һуғыуҙан егеттең аяғы кинәт күтәрелеп китеп табиптың үҙен осора типте.
– Реакцияң ут кеүек. “Годен!” Башҡаса инеп йөрөмә бында!
Артабан психиатр ҡабул итте.
– Башың ауырытмаймы?
– Ауырыта. Кисәгенән һуң.
– Чепуха. Әрмелә каска кейерһең.
– Яман төштәр күрмәйһеңме?
– Күрәм.
– Маладис! Әрмелә йоҡламаҫҡа шәп булыр.
– Йоҡлаған ваҡытта тороп йөрөмәйһеңме?
– Йөрөйөм. Урамға сығып китәм.
– Бик шәп. Төнгө ҡарауылға годенһың. Бар, тай бынан!..
Ниһайәт, нисек кәрәк шулай тикшереү үтеп бөткәс, егет дәғүәһен белдерер өсөн военкомға барып инде.
– Минең күҙҙәрем насар күрә, ҡолаҡтарым ишетеп етмәй, нервыларым ҡаҡшаған, психикам боҙолған. Ә миңә «годен» тинеләр!
– Шунан нимә булған?
– Ә һеҙ ҡарағыҙ, мин бит бөтөнләй кеше түгелмен!
– Күрәм, ләкин әрме һинән барыбер кеше яһаясаҡ! Ә хәҙергә хуш!..

Ишдәүләт САФИУЛЛИН.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас