

булырҙар”, – тип тә ебәрҙеләр. Тик бәндә теләй, Алла бойора шул. Оҙаҡҡа һуҙылып китте. Бер мәл ҡыҙыу итеп үҙҙәренсә “дауалай” башланылар. “Ошо сәйҙе көнөнә бер пакетлап ҡына эс. Фәлән йырсының ҡыҙы, шуны эскәс, балаға уҙған икән”, – тип Өфөгә йомошо менән килгән сағында, ҡалдырып китте берәүһе. “Ярай”, – тинем дә, аш-һыу бүлмәһендә бер нисә айға бер генә асыла торған кәштәгә ҡуйып, оноттом. Иҫкә төшкәндә, ҡулланыу ваҡыты уҙған ине инде.
Ҡороновирус ҡоторған саҡ, был зәхмәт беҙҙең ғаиләгә лә килеп ишек шаҡыны. Кеше араһына сығыу тыйылды. Шул арҡала, ирем дә вахтаһынан тороп ҡалды. Бер көндө домофондан:
– Ишегеңде ас! – тигән ҡәтғи тауыш яңғыраны. Ишекте асыуыма берәүҙең ҡулы ғына һуҙылып кереп, теге сәйҙең ишен тотторҙо.
– Аҡса бирәм! Көтөп тор! – тип ҡысҡырыуыма:
– Беҙҙән бәпес бүләге булыр! – тине әхирәтем.
– Һуң, әле ул бөтөнләй юҡ бит! – тием аптырап.
– Ошо сәйҙе эс тә, эшләгеҙ! Икәү бергә саҡта йоҡлап ятмағыҙ! – Йәнә нимәлер тип фарман биргәне ишетелмәй ҡалды.
– Әхирәттәреңде тыңларға кәрәк, – тип ирем мут йылмайып ҡаршы алды.
– Ирҙең әйткәне – закон! – Шунда уҡ һыу ҡайнатырға ҡуйҙым. Үҙем шул арала составына күҙ һалам. Меңъяпраҡ, үгәй инә үләне... – Бәй, бында бит үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында тапалып ятҡан үҫемлектәр ҡушылмаһы, – тип иремде саҡырам.
– Ә үҙе Европала сығарыла, – ти, был мөғжизә тыуҙырыусы сәй тураһында интернеттан уҡый-уҡый яныма килеп.
– Үләне лә юҡ бында. Саңы ғына... – тим, үтә күренмәле сәй пакетын өҫкәрәк күтәреп әйләндереп-тулғандырып ҡарап. – Нимә өсөн минең эш хаҡының өстән бер өлөшөн түләргә һуң?
– Реклама, ялтыр ҡабы өсөн, – тип көлөмһөрәй хәләл ефетем. – Бәпесте үҙемә генә “һатып алырға” тура килер инде...
lll
Әйткәндәй... Бер нимә лә мәңгелек түгел. Быны интернет селтәрҙәрендәге ҡайһы бер сайттарҙың юҡҡа сығыуынан да күрергә мөмкин. Бер мәл күптәрҙең ҡабаттан “Бәйләнештә” сайтына “ҡайтҡанын” иҫләйһегеҙҙер. Сайт был осорҙа яңы исемдәр асты, ҡыҙыҡлы фекерҙәр менән байытылды. Бер мәл филологҡа уҡыған бер ханым күршеләрҙә ижад ителеп, тотош Рәсәй уҡыусыһын, кино сәнғәтен шаулатҡан әҫәрҙе уҡыуы тураһында яҙған ине. Тәнҡит-фәлән дә, фекер ҙә юҡ. Блоггер булараҡ, ваҡытын нисек уҙғарғанын күрһәткән. Шатланып киттем. Китап уҡыусы блоггер бар, тип.
– Бер быуатлыҡ башҡорт тарихын үҙ эсенә һыйҙырған Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй”енә, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлын сағылдырған “Һәҙиә”һенә лә шундай иғтибар бүленһә, шәп булыр ине, – тинем, хыялдарға бирелеп.
– Уларҙы уҡыманымсы, – ти был күҙ ҙә йоммай.
– Бәй, үҙебеҙҙең бестселлерға әйләнергә тейешле әҫәрҙәрҙе уҡымайынса, теге әҫәр менән нисек ҡыҙыҡһынып киттең һуң? – тим, аптырауымды йәшермәйенсә.
– Реклама ныҡ эшләнде бит... Бер мәл һәр үтектән әҫәр менән автор исеме ишетелә башлағас, электрон вариантын һатып алдым.
Был ике ваҡиғаны сағыштырып, байтаҡ ҡына уйлап йөрөй торғас, бер фекергә килдем. Тыуған еребеҙҙә аяҡ аҫтында тапалып ятҡан шифалы үләндәр, халҡы ҡәҙерен белһен өсөн, ялтыр ҡапҡа һалынып, ат хаҡына һатылырға тейеш. Ә беҙҙең әҙибәләрҙең ижадына ихтыяж артһын өсөн, уларға реклама агентына кейәүгә сығырға кәрәктер...
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Фото: culture.ru