+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
18 Декабрь 2023, 06:00

ГРЫМЗА

Беренсе курста, органик химияның башланып ҡына торған мәлендә, расписание таҡтаһы алдында торам. Уҡытыусы – “Грымза А.И.” тип яҙылған. Химияның үҙен яратмағына өҫтәп бынау уҡытыусыһының да фамилияһы ямаҡай бит әле, тип уйлайым. Грымза – бапаҡ бисә лә инде. Шунда уҡ күҙ алдыма ҡарт, уҫал, һимеҙ, яуыз әбей килеп баҫа. Уф, күрәһеләрем бар икән...

ГРЫМЗАГРЫМЗА
ГРЫМЗА

Яныма үҙем һымағраҡ йәш ҡыҙ килеп баҫа, ул да ҡәләме менән төртөп беҙҙең расписаниены ҡарай. Икенсе төркөмдән булған курсташымдыр инде.
– Грымза инә беҙгә химиянан, – тим, яһалма көлөп, – берәй албаҫты микән?
Ҡыҙ миңә бер һирпелеп ҡарап ала ла, яурындарын ғына һикертә.
– Химия үҙе ҡот осҡос, уҡытыусыһының фамилияһы еще хуже, – тип китеп барам.
Икенсе көн әлеге Грымзаның дәресенә инәбеҙ. Бапаҡ әбейҙе көтөп ултырғанда, бер мәл, йәш кенә һылыу ҡыҙ килеп инмәһенме? Теге ҡыҙ... минең менән расписание ҡараған. Йылмайып тороп күҙемә ҡарап һөйләй, етмәһә...

Сабит МИҘӘТҒӘЛИН.

Фото:sparklogic.ru 

Автор:
Читайте нас