+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
25 Декабрь 2023, 11:00

ЙЫУАШ ХӨСНИ

Хикәйә Хәмерҙән һәр кем үҙенсә үҙгәрә: берәүҙең танауы ҡыҙара, икенсенең күҙе ҡылыйлана. Ә бына беҙҙең Хөсниҙең теле... Юҡ, башҡа әҙәмдәрҙекеләй таҫмаланмай уның теле – тотлоға. Саҡ ҡына ауыҙына эләктеме, һин дә мин тәтелдәгән шул тел тотлоға башлай. Үҙенсә әйтһәк, т-т-тотлоға ш-ш-шул, т-т-тотлоға-а-а...

ЙЫУАШ ХӨСНИЙЫУАШ ХӨСНИ
ЙЫУАШ ХӨСНИ

Минең “енәйәтемде” өйөмдә уҡлау тотоп ҡаршылаған бисәм аҡайып тилергән күҙҙәремә ҡарап фашлаһа, Сәлих дуҫты бәрәңгеләй танауының ашхана сөгөлдөрө кеүек ҡыҙарыуы һата. Уҡлау ул, Сәлихсә әйтһәк, юрунда. Уның бисәһе ағас уҡлау менән генә ваҡланып тормай, дуҫтың арт һанын киҫәү ағасы менән “уҡыта”. Беҙҙе уҡыталар, ә бына Хөсниҙең бисәһе юҡ. Шуға көнләшеп бер булабыҙ. Бисә булмағас, тотлоҡтоң ни, тотлоҡманың ни. Ҡырҡҡа еткәнсе өйләнмәй йөрөнө. Шуғалыр ауылда уны “йыуаш Хөсни” тип йөрөтәләр. Ярай, былар көнләшеп яфаланмаһындар, тип микән, үткән аҙнала өйләнеп ҡуйҙы был. Кем ҡотортҡандыр ҙа, кем ҡауыштырғандыр инде – кәләшен Стәрленең үҙенә үк барып алып ҡайтты.
Билгеле, Сәлих менән минең шатлыҡтың сиге булманы. Әйҙә, бисә менән йәшәп ҡараһын әле! Ҡайтып кереп тотлоҡҡан теле менән ике һүҙен өндәшеүе булыр, бисәһе эште аңлап та алыр, бәреп тә һалыр. Бисәләр улар!..
Хөсниҙекен әлегә күргән юҡ. Күрһәң дә, күрмәһәң дә шул бер балсыҡтан әүәләнгәндер инде. Әммә кисә Хөсниҙең Зөмәрәһе менән танышыу яйы сыҡты. Дуҫтың үҙенә эйәрҙем дә юҡ йомошто бар итеп, өйҙәренә һуғылдым.
– Б-б-бисәкәй, б-б-бис-с-сәкәй, с-с-сәй ҡуй, – ти был. – Б-б-был м-м-минең га-дук-к-к С-с-сәйфи б-б-була, сәй эс-с-сереп ебәрәйек.
– Юҡ, – мин әйтәм, – сәйләп-мәйләп ултырыр саҡ түгел, булыр әле форсаты. – Үҙем хужаларға аптырауымды һиҙҙермәҫкә тырышам.
Ниңә аптыраның, тиһегеҙме? Юҡ, Хөсниҙең ҡотһоҙ донъяһына ҡот кергәнгә түгел. Ҡатын алғас, керер инде. Хатта эш ҡатынының аҙна эсендә туп йотҡандай түңәрәкләнеп өлгөрөүендә лә түгел. Ире булғас, түңәрәкләнер инде. Тиҙлектәр заманы бит... Хөсниҙең һөйләшеүенә иҫем китте. Теле “Зингер” тегеү машинаһы кеүек тәтелдәп торған Хөсниҙең өйөнә кереү менән тотлоға башлауына аптыраным. Әллә бының йыуашлығы тулып ташып, бисәһенән эсмәгәндә лә ҡурҡа башланы микән?
Шулай уйланып, һаубуллашып сығып китеү яғын ҡараным. Гадук мине оҙата сыҡты. Башымда тыуған табышмаҡҡа яуап таба алмай:
– Ҡара әле, Хөсни, – тинем, хужаның хушлашырға һуҙған ҡулына иғтибар итмәй. – Һин дә мин һөйләшеп килеп кергән инек, нишләп өйөңдә ҡапыл ғына тотлоға башланың әле?
– Нишләп, нишләп... Һин минең төшөрмәгәнде ҡайҙан беләһең?
– Ҡайҙан булһын, тотлоҡҡан телеңдән инде.
– Ә минең бисә минең тотлоҡмай һөйләшкәнде ишеткәне юҡ.
Нисек инде юҡ? Эсмәгәндә тотлоҡмайһың да... Туҡта әле, туҡта!.. – Һаман да ауыртып торған башыма яңы ғына барып етте Хөсниҙең этлеге. Хатта йоҙроғом менән маңлайыма килтереп тондорҙом. Гениально! Һәр бөйөк асыштың төбөндә ябай ғына нәмә ята, тиҙәр. Ябай һәм гениаль! Эсһә лә тотлоға, эсмәһә лә. Бына шунан һуң эскәнлеген фашлап ҡара һин уның! Әллә миңә лә гел генә күҙҙе тилертеп, танауҙы ҡыҙартып йөрөргәме? Һуң инде... Туҡта әле! Ә еҫе?
– Ә еҫе? – тинем мин, ғәҙәтенсә, бер ҡатлы йылмайып янымда баҫып торған дуҫтың күҙҙәренә һораулы ҡарашымды тобәп.
– Еҫ ул... Һиҙгән кешегә генә еҫ. һиҙмәгән кешегә... – Гадуктың күҙҙәрендә ғорурлыҡ сатҡылары балҡыны. – Минең бисә еҫ һиҙмәй. Тыумыштан. Бөтөнләй! Әллә һин мине юҡҡа ғына оҙаҡ һайланған тиһеңме? Мин тотлоғам, ә ул һиҙмәй. Силәгенә күрә ҡапҡасы. Бәлки ҡапҡасына күрә силәгелер.
Бына һиңә – йыуаш Хөсни!

Закир ӘҠБӘРОВ.

Автор:
Читайте нас