+30 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
3 Января 2024, 12:00

Эт бесәйҙе ҡыуған арала

Танышым бер айға команди­ровкаға китте. Миңә ҡала ситен­дәге өйөндә йәшәп торорға: донъяһына күҙ-ҡолаҡ булырға, эте менән бесәйен ашатырға, сәскә­ләргә һыу һибергә ҡушты.Ял көнө бер ярты тотоп Карам килде, эт менән бесәйгә аптыраны, әйтерһең, ғүмерендә тәүге мәр­тәбә күрә.

Эт бесәйҙе ҡыуған аралаЭт бесәйҙе ҡыуған арала
Эт бесәйҙе ҡыуған арала

– Эт, аңлашыла, өйҙө һаҡлай. Ә бесәй нимәгә? Унан бер файҙа ла юҡ, ҡыуып ебәр, – тине Карам, рюмкаларға араҡы ҡойоп.
Бесәйҙән, ысынлап та, файҙа юҡ ине, бар эше – тамаҡ ярып мыяулау ҙа ашарға таптырыу.
– Ҡыуа алмайым. Мин йәнлек­тәрҙе ҡарап торорға хужаға вәғәҙә бирҙем. Йәшәй бирһен, берәй заман сысҡан тоторға ла өйрәнер әле.
Телефоным шылтыраны. Тиҙ генә килеп картридждарын алышты­рыуҙы һорайҙар. “Беҙ тауарҙарҙы күмәртәләп һатабыҙ, йәкшәмбе – беҙҙә иң ҡыҙыу көн, ә документ­тарҙы баҫа алмайбыҙ”, – тиҙәр.
– Һин бында көтөп тор, берәй сәғәттән ҡайтырмын, асҡысты һиңә ҡалдырам, – тинем Карамға.
– Нимәгә миңә асҡыс? Барыбер сығып китә алмаясаҡмын, мине һинең этең ебәрмәйәсәк.
– Бәлки, кәрәге сығыр, донъя хәлен белеп булмай.
Мин бер сәғәттән түгел, ә ике сәғәттән һуң ҡайттым. Клиенттың компьютерын вирустан таҙартырға, винда ҡуйырға тура килде. Карам был ваҡытта, әлбиттә, тик кенә ултырмаған. Үҙе алып килгән шешәне бушатҡас, күңеле өҫтәмә талап иткән. Магазин эргәлә генә, ә эт янынан нисек үтеп китергә? Элекке летчикка баш юҡҡа ғына бирелмәгән...
– Мин мөмкин булмағандың мөмкин икәнен беләм, – тип һайраны Карам, иҫерек тауыш менән. Бер шешә өҫтәлдә ултыра, икенсеһе яртылаш бушаған.
– Аңламаным, араҡыны ҡайҙан алдың?
– Магазиндан!
– Нисек сыҡтың? Ишек алдында эт тә баһа!
– Мин бесәйҙе файҙаландым. Бесәйҙе алаһың да эт янына бараһың, уға ырғытаһың. Ул уны ҡыуған арала сығып китәһең.
– Йә, ярай, сыҡтың да, ти. Яңынан нисек индең?
– Мин магазинда колбаса ла алдым. Колбасаны ҡоймаға ҡуяһың да бесәйҙе саҡыраһың, ул ҡоймаға һикерә. Бесәйҙе тотоп алаһың да эткә ырғытаһың. Эт бесәйҙе ҡыуған арала...

Р. ШАМСУНОВ.

Фото: triptonkosti.ru

 

Автор:
Читайте нас