Эйе, имеш, беҙ булмаған мәлдә, атай йәш ваҡытта, яҡын-тирәлә ҡуяндар күп булған икән. Атай һунарға мылтыҡһыҙ ҙа йөрөгән, имеш. Эйе, мылтыҡтың кәрәге лә булмаған. Бына нисек: тоҡҡа бер нисә кирбес һалып арҡаһына аҫҡандар ҙа яланға сығып киткәндәр. Кирбес булмаһа ҙур ғына яҫы таш та ярай икән. Тағы нәмә? Бер-ике ус әсе борос алыу ҙа мотлаҡ икән. Борос та булмаһа ваҡланған тәмәке лә бара икән. Ҡыуаҡлыҡтарға барып еткәс, атайҙар кирбесте ҡуяндар юлына һалған, ә кирбес өҫтөнә әҙ генә борос йәки тәмәке онон һалғандар. Ә үҙҙәре ҡыуаҡта әҙ генә тәмәке тартып алғандар ҙа ҡайтыу юлына сыҡҡандар. Ҡуяндар үтә ҡыҙыҡһыныусан икән, килеп, кирбес өҫтөндәге боросто еҫкәп, сөскөрөп баштарын кирбескә бәреп иҫтәрен юғалталар, имеш. Бына шулай, атай бер көндә өс-дүрт ҡуян алып ҡайта икән.
Эйе, ул ваҡытта беҙҙең урманда маймылдар ҙа байтаҡ булған. Атай дуҫтары менән урманға һыйҙар алып барған. Урман уртаһына ингәс, ашъяулыҡ йәйгәндәр, ашамлыҡтар, араҡы, әсегән бал да ҡуйғандар. Ә үҙҙәре араҡы урынына һыу эсеп, иҫереккә һабышып, ағас араһында тәгәрәп ятҡандар. Ә маймылдар кешеләргә оҡшарға тырышҡан, ағастарынан төшөп һыйланғандар, араҡы, бал да эскәндәр, иҫереп тәгәрәгәндәр. Атайҙар иҫерек маймылдарҙы тоҡтарға тултырып алып ҡайтҡан. Маймылдарҙы ҡалаға алып барып һатҡандар. Бына шулай, урманда маймылдар ҡалмаған, имеш.
Ҡыҙыҡ итеп алдау – үҙе бер һөнәр. Беҙҙең ауылда Ғәйфулла исемле бер малай бар ине, ҡушаматы Кәтей. Бер генә зат та Кәтейҙең ысын исемен әйтмәҫ ине, һәр кем өсөн ул Кәтей булды. Бына бер көн Кәтейҙең киноға барырлыҡ аҡсаһы булмаған, ә барырға теләге ҙур икән. Ул үҙҙәренең ялҡау ата бесәйен тоҡсайға һалып күршеләргә ингән:
– Тирмәнгә барҙыҡ, бына әсәйем һеҙгә он бирҙе. Ә беҙҙең тоҙ бөткән, алырға аҡса юҡ. Тоҙ алырлыҡ аҡса бирегеҙсе, әсәйем һораны, – тигән.
Эйе, биргәндәр, ә шүрлеккә һалып ҡуйылған бесәй бер тауышһыҙ сығып тайған.
Бына беҙҙең ауылға силсәүит рәйесе итеп райондан яңы кеше ебәргәндәр. Был кеше хәрби кейемдә ине, ә Кәтей беҙгә аҡыл өйрәтә:
– Күрәһегеҙме, кеҫәһендә көнбағышы күп, барығыҙ, һорағыҙ, бирер, миңә бирҙе.
Ә беҙ, ике малай, теге абзыйға төбәлдек:
– Ағай, беҙгә лә көнбағыш бирегеҙ әле, – тинек, салбар кеҫәһенә лә күрһәттек.
– Ниндәй көнбағыш, юҡ көнбағыш. Ә был галифе, галифе.
– Галифей булһа ла бирегеҙ, – тинек.
Ә теге абзый ихлас көлдө. Ә Кәтей нығыраҡ көлдө.
Беҙ Кәтейҙең нисек алдарға өйрәнеүе тураһында һораштыҡ. Алдау өсөн күпте белеү кәрәк икән.
– Һеҙ радио тыңлағыҙ, радио матур алдай, – тигән булды Кәтей.
Эйе шул, радио матур итеп һөйләй белде. Ә беҙ – ялан аяҡ үҫкән малайҙар – тиҙ ышаныусылар.
Бына ҡаты бәғерле Сталин үлгәс, илебеҙҙе Хрущев етәкләне.
– Бөгөнгө быуын коммунизмда йәшәйәсәк. Коммунизм яп-яҡын, яңы тыуған ай кеүек офоҡтан күренер.
Күреп булманы, Хрущевты ла алыштырыусы табылды. Быныһы әллә ни алдашманы, тураһын әйтте, эйе, бер аяғыбыҙ менән коммунизмға баҫҡанбыҙ икән. Быныһына ла ышандыҡ. Эйе шул, икмәк ҡәҙере китте, икмәк булкаларын урамда типкеләгән малайҙар ҙа күренде. Яңы хужа килде, “перестройка” кәрәклеген аңлатып маташты. Һайҙа йөҙөүсе “тәрәнгә” төшһә көт тә тор икән, һыңар аяҡтарыбыҙ коммунизм тупһаһынан тайпылды ла ҡуйҙы. Һайҙа йөҙөүсе Нобелгә ынтылды, ә беҙ төп башында ҡалдыҡ. Изге урын буш тормай, яңы фармансы килде. Быныһы “Хватайте сколь можете” тип һөрән һалды. Тирә-яҡҡа ҡараштыҡ, кем кемде хватать итергә тейеш икән тиеп баш ваттыҡ. Рублевканан килеп бар нәмәне “хватать” иттеләр.
Беҙгә лә Чубайсификация килде, һәр кемгә ваучер бирелде. Ваучер – ҡағыҙ киҫәге, ҡайҙа ҡуйырға, стенаға элеп ҡуйырлыҡ түгел. Ҡабул итеү урынын астылар, “Восток” тип атала. Бушҡа алмай икән дә баһа, бер ваучер тапшырыу өсөн ун мең һум биреү мотлаҡ. Бирҙек. Иң ҡыҙығы аҙаҡтан килде, “Восток” тигәнең юғалды, теге йүнһеҙе лә әллә ҡайҙа булды. Ҡыҙыҡ бөттө, тинеләр. Ҡара әле, беҙҙе яңынан урта быуат башына килтерергә ҡарар сығарғандар икән. Ҡара һин уны, таш быуатҡа ла алып килерҙәр. Эйе, Рәсәйҙә йәшәйбеҙ.
Ишғәли НУРҒӘЛИЕВ.