+16 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
17 Января 2024, 05:00
КИПКӘНЕН КӨТӘБЕҘ
Тыныс ҡына бер ауылдан енәйәт ҡылыныуы тураһында хәбәр килә. Полициянан ике әзмәүерҙәй егетте хәлде асыҡларға ебәрәләр. Байтаҡ ваҡыт үтә киткәндәренә, түрә асыуланып шылтырта:– Йә, ни булған унда? Ниңә мыштырлайһығыҙ?
Добавить в предпочтительные источники Google
КИПКӘНЕН КӨТӘБЕҘ
– Бер апай яңы йыуған иҙәнде тапап өйгә ингәне өсөн иренең башына таба менән тондорған. Һушһыҙ килеш “ашығыс ярҙам” менән дауаханаға оҙаттыҡ.
– Имгәтеүсене ҡулға алдығыҙмы?
– Юҡ әле, иҙән кипкәнен көтәбеҙ...
Д. БУРАНҒОЛОВ.
Автор:
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"