+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
25 Ғинуар 2024, 10:00

Бөтә эш – фотоотчетта!

Өфө чиновниктары былтырғы фотоһүрәттәр менән ҡар таҙартыу тураһында отчет биреп ята. Баш ҡаланың Киров районында йәшәүселәр Сечёнов урамында ҡар таҙартылмауға зарланғанда уларҙы ялғанда тотҡан.

Бөтә эш – фотоотчетта!Бөтә эш – фотоотчетта!
Бөтә эш – фотоотчетта!

Радий Хәбировтың рәсми сәхифәһендәге комментарийында «Халыҡ үс алыусыһы» билдәһе аҫтындағы ҡулланыусы 24 ғинуарҙа Сеченов урамындағы йорт эргәһендәге юлды таҙартыу кәрәклеге тураһында яҙа. Урындағы хакимиәт шылтыратыуҙарға һәм хаттарға ҡолаҡ һалмай, тип билдәләй ул.

Быға яуап итеп Өфөнөң Киров районы хакимиәте хеҙмәткәре таҙартылған юл һүрәттәрен беркетеп, түбәндәгеләрҙе яҙа: "Киров районының биләмәһе ҙур һәм коммуналь хеҙмәттәр бер юлы бөтә урамдарҙың ҡарын таҙартып өлгөрмәй. Тәүҙә йәйәүлеләр һәм автотранспорт йөрөгән үҙәк юлдарҙы ҡарайбыҙ, һуңынан социаль объекттарға һәм инфраструктураға күселә. Техника көн һайын биләмәне таҙартыу һәм урамдарҙа ҡар йыйыу графигына ярашлы эшләй. Бөгөн, Сеченов урамындағы ҡар таҙартылды. Фотоны беркетәбеҙ".

Әммә асыҡланыуынса, фотоларҙа, тәҙрә артында бөтөнләй икенсе һауа торошо сағыла, йорттарҙа яңы кондиционерҙар һәм башҡа һиҙелерлек үҙгәрештәр юҡ, ә йортта йәшәүселәр был ваҡытта өйҙә булған, тәҙрәнән техниканы күрмәгән һәм яуап итеп урамдың реаль ваҡытында эшләнгән реаль фотоһүрәттәрен ебәргән.

«Ни өсөн һеҙ шул тиклем оятһыҙ рәүештә алдайһығыҙ? Мин әлеге ваҡытта өйҙәмен һәм тәҙрәнән ҡар таҙартыу эшенең булмауын күрәм. Был фотоһүрәттәр былтырғы. Быйылғы ҡышта беҙгә бер тапҡыр ҙа трактор килмәне. Һауа торошон фотола сағыштырҙылар. Бөгөн ҡояшлы, ә һеҙҙең фотола – көн болотло. Хакимиәткә шылтыратып ала алмайбыҙ. Беҙ был биләмәне йыл һайын таҙартыуҙарын һорайбыҙ һәм үтенәбеҙ. Унда балалар поликлиникаһы ла бар, коляскалы һәм ауырыу балалар менән әсәйҙәрҙең унда нисек килеп йөрөүен күҙ алдына килтерегеҙ», - тип хупланы йортта йәшәүсе бер ханым.

Әммә, Киров хакимиәте  үҙенекен һөйләй: биләмә таҙартылды һәм ғинуарҙа был адрес буйынса техника башҡа ебәрелмәйәсәк! Был юлы чиновниктар таҙартыу эштәрен иҫбатлап, Рабкоров урамының фотоһын беркетеп ҡуйған. Вәт!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас