– Әйтмә лә инде, Ғәли, һин һис юғы “аҡланып” ҡотолаһың, продукцияның хаҡын арттырмайым, тип күкрәк ҡағаһың. 1 литр һөт урынына 950 грамм ҡояһың, ҡайһы берҙә 870 грамм һалырға ла ҡурҡмайһың, майың 200 грамм урынына 180 грамм ғына, эремсекте 300 урынына, ә 270 грамм итеп төрәһең. Иң ҡыҙығы – һиңә бәйләнерлек тә түгел бит, “кешеләргә күп кәрәкмәй”, тип ауыҙ тултырып әйтә алаһың. Ә хәҙер күҙ алдыңа килтер: мин шешәгә ярты литр араҡы урынына 450 грамм ғына ҡойһам, нимә була? Кешеләр аңламау ғына түгел, үлтереп тә китер…