+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
5 Февраль 2024, 10:00

Мәңгелек бәхәс

Ғәли ҒАТАУЛЛИН Күктең әллә етенсе, әллә инде һигеҙенсе ҡатында — аҫтан, ерҙән, бик аныҡ күренмәй — аттестация комиссияһы ултырышы бара. Ҡыҙыл буҫтау ябылған өҫтәлдең бер яғынан фәрештәләр теҙелешеп ултырған, ә икенсе яҡта — шайтандар өйөрө. Комиссияның эше ифрат яуаплы һәм ауыр — Ер йөҙөндә йәшәүсе бәндәләрҙең яҙмыштарын билдәләп, шәрекләп, һәр кемгә үҙе лайыҡ исем-дәрәжәне биреп ултыралар улар.

Мәңгелек бәхәсМәңгелек бәхәс
Мәңгелек бәхәс

Бына әле комиссия ағзаларының һорауҙарына яуап биргәндә ябай ғына һөйләм төҙөргә лә зиһене етеңкерәмәгән бер шыма биткә:

— Аҙ һөйләй. Аҙ һөйләү — аҡыллылыҡ билдәһе! — тип Ер йөҙөнөң бер нөктәһенә ҙур ғына түрә булыу дәрәжәһен сәпәп ҡуйҙылар. Фәрештәләр ҡаршы инеләр, әммә күпселек тауыш менән шайтандар еңде.

Берҙән-бер әҫәрен ҡырҡ илдә ҡырк телдә баҫтырған  етди ҡиәфәтле бер әҙәми зат та ашығып ҡына кереп сыҡты комиссия ҡаршыһына. Уға, шайтандар инициативаһы менән, “шағир” исеме бирелде. Тик сәркәтип шайтан, әллә наҙан, әллә инде айнып етмәгән, протоколға “шағир” урынына “шуллер” тип теркәп ҡуйҙы.

Комиссия эшендә ҡатнашыу берҙән үтә яуаплы булһа, икенсенән ғүмер өсөн ҡурҡыныслы ла икән. Ана, исем беркетергә саҡырылған бер әҙәми зат бүлмәгә килеп кереү менән:

— Нимә миңә клык күрһәтәһең! — тип үҙенең пеләш ҡойроҡ осона ҡарап шарҡылдап көлгән ҡарт шайтанды типте лә осорҙо бит. Ә әҙәм балаһын тәртипкә өндәгән фәрештә, ултырғысы-нейе менән, рамды башына кейеп, тәҙрәнән ғәләм киңлегенә сығып осҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Комиссия ағзалары был әҙәми затҡа инде нисәмә быуат исемһеҙ торған “Бандит” исемен тағып тиҙерәк сығарып ебәреү яғын ҡаранылар...

Яртылаш асыҡ ишеккә нәүбәттәге бәндә башын тыҡты:

— Мөмкинме-е...

Ләкин ул һөйләмен-һүҙен түңәрәкләй алманы, йөрәк өшөткөс әсе тауыш менән бер ҡатын ыҫылданы:

— Ҡайҙа сиратһыҙ керәһең — мин алда! Алда булмаһам да мин керергә тейеш!

— Һе, керетте ти! Сибәр булһаң бер хәл. Тфү-ү, тфү-ү, аллам һаҡлаһын...

— Үҙеңә ҡара, хәсис! Көҙгөгә ҡарағаның юҡмы ни, үҙеңә берәүҙең дә әйткәне юҡмы ни — эсә-эсә күгәргән танауың айғыр нейенең башына оҡшаған бит!

— Шулаймы?! Ә күршем минең танауымды туң сөгөлдөргә оҡшата. Хәйер,  кем күҙенә нәмә күренә бит.

— Күрһәтермен мин һиңә! Әле һин мине мыҫҡыл итәһеңме? Әле һин мине, һүҙ менән генә түгел, теге нәмәңде терәп тә, мыҫҡыл итәһеңме — ҡарауы-ыл, көсләйҙәр...

— Аҡырма, иҫәр! Салбар кеҫәһендә бер шешә һыра бар, шул төртөләлер.

— Бына, бына, юҡҡа сыҡҡанлығыңды үҙең дә әйтеп тораһың — шешә генә төртә, имеш. Алҡаш! Йүнле ирҙең салбары башҡа нәмәнән ҡабара ул, ҡорһаҡһыған.

— Һинең кеүек силәгенән ташҡан ҡамырға оҡшамағас ярай инде — ни билең, ни түшең — тип-тигеҙ.

Тар ғына ишеккә икәүләп кереп ҡыҫылған әҙәми заттар: әрепләшә-әрепләшә, ниһайәт, эскә үттеләр. Ҡатын-ҡыҙ заты, әйтерһең дә әле генә зәһәрләнеп ҡотормаған, буялған керпектәрен һирпеп кенә, оялғандан сетек кенә ҡыҙарғандай булып, комиссия ағзаларына шундай итеп ҡараны, шундай итеп ҡараны, тегеләр, бигерәк тә шайтандар, иреп китеп ауыҙҙарын йырҙылар.

Ә әҙәми заттың ир-ат енесенән булғаны, тауҙай өйөлгән күршеһе янында әле һаман ниҙер мығырҙап бөкшәйеп баҫып тора.

Аттестация комиссияһының рәйесе алдында ятҡан ҡағыҙҙарҙы аҡтара-аҡтара, һөйләй башланы:

— Тәк, был исем инде бирелгән. Тә-әк, был исемдең дә хужаһы бар... Әллә исемдәр бөтөп тә килә инде?! Әһә, таптым, бына ике исем ҡалған икән әле. Тимәк, былай, комиссияға тәҡдим итәм — ошо әҙәми заттарҙың береһенә “Ҡатын”, икенсеһенә “Ир” исеме бирергә! Тауышҡа ҡуям: “Ир” титулын енес билдәһен таҡҡанына бирергәме, әллә инде сапҡанынамы? “Ҡатын” титулын енес билдәһен таҡҡанынамы, әллә инде сапҡанына бирергәме?

— “Ир” исеме, кәнишне, миңә! — тине әҙәми заттарҙың кеҫәһенә һыра һалғаны.

— Кит, хәсис! Ир һинең кеүек буламы ни! Ҡулыңдан эш килмәгән өлтөрәгән. Үҙем Ир булам! Ә ул — Ҡатын!

— Бирермен мин һиңә Ҡатынды, яппишмәт...

Әҙәми заттың енес билдәһен таҡҡаны һүҙен тамамлай алманы, енесе сабып билдәләнгән әҙәми зат уны бәрҙе лә йыҡты.

— Әле “Ир” булаһың киләме, йолҡош! Минән өҫтөн булаһың киләме! Төкөрҙөм мин алҡаш  иргә! Ни тапҡан аҡсаң юҡ, ни ҡыйратҡан эшең, ни дарманың — Ер йөҙөндә мин үҙем “Ир” булам! Ә ул  — Ҡатын! Ҡара, ҡара, ҡарышмаҡсы була — мә тағы берҙе! Әллә миңә һуҡмаҡсы була инде — ҡарауы-ыл, туҡмайҙар... Тартма тимен сәстән...

Бүлмәнең аҫты өҫкә килде: ултырғыстар осоп йөрөй, документ тултырылған шкафтар ауып бөттө, оҙон сәсле әҙәми заттың зәһәр тауышы бар йыһанды яңғырата... Тегеһе лә, мыш-мыш килеп, бирешергә теләмәй, уның да “Ир” исемен үҙенә алғыһы килә...

Инде нисәмә быуат эшләгән комиссия ағзаларының бындай ғәрәсәтте күргәндәре юҡ ине, хатта шайтандар ҙа, ҡурҡыштарынан ҡойроҡтарын бот араларына ҡыҫтырып, ҡайһыһы ҡайҙа ҡасып бөттө. Ә фәрештәләр, ғауға сығаһын һиҙеп, башта уҡ осҡандар ине инде.

...Әҙәми заттарҙың ҡайһыһына “Ир”, ҡайһыһына “Ҡатын” исеме бирелгәндер — билдәһеҙ, сөнки уларҙың ыҙғыш-һуғышынан тамам ҡоттары осҡан комиссия ағзалары башҡаса бергә-бергә йыйыла алманылар — теге ике бәндә йәнә килеп керер, тип ҡурҡтылар улар.

Фото: shutniks.com

Автор:
Читайте нас