+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
7 Февраль 2024, 09:00

Күкәйле проблема

Шулай инде ул, һәр бер про­бле­маға инеү юлы бар, сығыу юлы бар. Ана бит, Рәсәй тү­рә­ләре күкәй проблемаһынан сы­ғыу юлын тапты, баҡтиһәң, бө­тә­һенә лә тауыҡ ғәйепле икән. Урыҫ мәрйәләре бер генә бала тапҡан һы­маҡ, тауыҡтары ла бер генә күкәй һалырға өйрәнеп киткән.

Күкәйле проблемаКүкәйле проблема
Күкәйле проблема

Ярай әле донъяла мосолман бар, уларҙың уйы гел яҡшылыҡта. Төркиә менән Әзер­бай­жан Рәсәй­гә бер миллиард йомортҡа бирергә ризалар, имеш, ти. Бик яҡшы, би­р­һен­­дәр әйҙә, уларҙыҡы натураль, әҙ генә лә нефть йәки пальма майы ҡушылмаған.
Биреүен бирерҙәр ҙә бит, тик бер миллиард күпмегә генә етә, һин ашаһаң миңә ҡалмай, мин ашаһам – һиңә. Кеше башына йылына бер тиҫ­тә лә булмай бит. Ә ҡунаҡтар килһә нишләргә, күкәйем дә юҡ шул, тиергәме. Әллә ҡала сарлаҡтарында күгәрсен күкәйҙәре йыя башлар­ғамы? Тауыҡтар терелгәнсе тим.

Заһит МУРСИЕВ.

Фото: стендыинфо.рф

Автор:
Читайте нас