+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
29 Апрель 2024, 04:00

БЕСӘНЛЕКТӘ... АҒАС ҮҪӘ

– Ишғәле, ишеттеңме бер хәбәр: беҙ­ҙең тормош көндән-көн түгел, сәғәт һайын яҡшыра икән!– Ҡушғәле, шул да булдымы яңылыҡ? Телевизорҙы йышыраҡ ҡара­һаң быны күптән аңлаған булыр инең.

БЕСӘНЛЕКТӘ... АҒАС ҮҪӘБЕСӘНЛЕКТӘ... АҒАС ҮҪӘ
БЕСӘНЛЕКТӘ... АҒАС ҮҪӘ

– Ә ниңә мин быны һиҙмәйем? Һы­йырым, һарыҡтарым төн буйы баҡы­рып сыға, йоҡларға ла бирмәйҙәр.
– Бәй, һарыҡ баҡырыр инде ул, эт булһа олор ине!
– Шулайын шулай ҙа, тик ас тор­ғанға баҡыра бит улар.
– Йәй күберәк бесән әҙер­ләп ҡара – киләһе ҡыш тыныс йоҡларһың!
– Бесәнлегемде һөрөп, ағас үҫен­теләре ултыртып сыҡтылар. Шуға күрә теләһә ҡайҙан сабып, бер аҙ һатып алып, һарай башын яртылаш саҡ тултырҙым бесән менән. Ҡарҙың тиҙе­рәк иреп бөткәнен өҙөлөп көтәм хәҙер, минән нығыраҡ малдар көтә – һарай башы тап-таҡыр бит.
Урман хужалығы министрлығы республикала былтыр 15 мең гектарҙа йәш үҫенте ултыртылды, тип отчет бирҙе. Ағас ултыр­тыр­ға майҙандар һайла­ғанда кеше­ләрҙе бесәнлектәр­һеҙ ҡал­ды­рыу факттары ха­ҡын­да “Һәнәккә” Ғафури, Ишембай һәм башҡа райондарҙа йәшәүсе уҡыусыларыбыҙ ҙа хәбәр итә.
– Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығара тү­гелме ҡайһы бер вазифалы әҙәмдәр? Күҙ терәп торған малыңа бесән дә әҙерләй алмаһаң, үҙең урамға сығып олорҙай булырһың. Бынағайыш, ишетмәһәң – ишет!

ИШҒӘЛЕ менән ҠУШҒӘЛЕ.

Автор:
Читайте нас