Бер нәмәлә хаҡлы түгел әңгәмәсебеҙ – Мәләүездә тәбиғәт иҫ киткес матур, Нөгөш һыуһаҡлағысы – үҙе бер мөғжизә. Тик, ысынлап та, юлдары йүнле түгел. Шул яҡтарға сәфәр тотһаң, бер-ике запас тәгәрмәсең, кеҫәңдә етерлек аҡсаң булырға тейеш. Арыу ғына соҡорға эләкһәң, ә улар Мәләүез юлдарында быйылғы еләктәй шул тиклем күп, машинаңды автосервисҡа индермәйсә ҡотола алмайһың.
Район чиновниктары фекеренсә, төбәктә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Шулайҙыр, автосервистар күп бында, йөҙәрләгән машиналарҙы ремонтлап улар ҙур табыш ала, бюджетҡа ла, аҡмаһа ла, тама. Ниңә юлдарҙы ремонтларға – кәрәкмәй!