+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
29 Июль 2024, 09:00

30 меңгә шампан шарабы һатып алған

Илһөйә Бәҙретдинова Ҡуҡмара яҡтарында туйҙа булып ҡайтҡан. “ИБ банда”һындағы бейеүсе егет Илфат Ғәзиев кәләш алған икән. Банда башлығы мәжлестә 30 мең һумға шампан шарабы һатып алып, йәштәрҙең ҡаҙнаһын да байытып ебәргән. Ҡиммәтле эсемлекте бәпәй туйында асырға һүҙ ҡуйышҡандар.

30 меңгә шампан шарабы һатып алған30 меңгә шампан шарабы һатып алған
30 меңгә шампан шарабы һатып алған

Йырсы йәш ғаиләгә матур теләктәрен еткерә. “Оҙаҡ йылдарҙан һуң “рәхмәт һиңә, атаһы, балаларыбыҙ өсөн”, “рәхмәт, әсәһе, мине ер йөҙөндәге бәхетле ир итә алғаның өсөн” тип әйтергә яҙһын. Бөгөнгөләй яратышып йәшәгеҙ. Үҙемдең традициям буйынса һеҙгә һыуытҡыс бүләк итәм. Зәлиә (кәләш) баһалар тип уйлайым, сөнки ул һәр бер йортта иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе. Ваҡытығыҙ булғанда, барып алырһығыҙ. Бәхет һеҙгә, балалар!”, – ти ул.

Фото: //kiziltan.ru/                        

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас