Үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырған бер әҙәм уға шылтыратып, әлеге мәлдә йәшәгән фатирыңды мутлашыусылар рәсмиләштерергә тырыша, тип ҡурҡытҡан. Өйһөҙ ҡалмаҫ өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк “фиктив һатыу” эшләргә кәрәк икәнен белдергән.
Ҡото осҡан ҡатын тиҙ арала торлағын 4 миллион һумға һатып, аферистар өйрәткәнсә, банкоматтар аша “хәүефһеҙ иҫәптәргә” ебәргән. Бер нисә көндән һуң ғына ханымда шик тыуған, сөнки “ҡотҡарыусылар” шылтыратмай ҙа, элемтәгә лә сыҡмаған. Тертләп уянған һымаҡ була. Полицияға ғариза яҙыуын яҙа ла ул, әммә бар аҡсаһы мутлашыусылар кеҫәһенә инеп ятҡанын бик яҡшы аңлай.
Ҡәҙерле дуҫтар, зинһар, таныш булмаған телефон һанынан шылтыратһалар алып бармағыҙ, һаҡ булығыҙ! Эргә-тирәләге оло йәштәге туғандарығыҙға, таныштарығыҙға, күршеләрегеҙгә был хаҡта әйтеп, аңлатып тороғоҙ.
Фото: gaiskayanov.ru