Gismeteo мәғлүмәттәре буйынса, август яуым-төшөм менән башлана, ямғырҙар көн һайын тиерлек яуасаҡ. Ҡоро аяҙ һауа торошо айҙың һуңғы ярым аҙнаһында ғына урынлаша. Эҫе көндәр көтөлмәй. Һауа температураһы +18-ҙән +24 градусҡа тиклем буласаҡ. Бөгөн термометр бағанаһы +22,+27° күрһәтә. Августың беренсе көнөндә +20,+25°. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын.
Фото: funnyart.club