+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
27 Декабрь 2024, 12:00

Миллион һумлыҡ батҡаҡ

– Ишғәле, ишеттеңме, Салауат ҡалаһында бик егәрле кешеләр йәшәй икән!– Ҡушғәле, аптыратма әле, шундай шәп ҡалала йәшә­үселәр ата ялҡау булмаҫ инде.

Миллион һумлыҡ батҡаҡМиллион һумлыҡ батҡаҡ
Миллион һумлыҡ батҡаҡ

– Шулайын шулай, тик бына бер көн эсендә олоғара йорт эргәһен­дәге киң ихатаны тултырып ағас үҫентеләре ултыртып сыҡҡандар – һәр кем булдыра алмай быны!
– Ағас ултыртыу өсөн үҫентеләрҙе ҡайҙандыр ҡаҙып килтерергә, тейешенсә ултыртыр өсөн кешеләрен табырға, техника йүнләргә кәрәк бит. Ай-һай, бер көндә генә өлгөрөп буламы икән был эшкә?
– Була икән! “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы рәүештә бүленгән 45 миллион һум аҡсаға бары тик йорт алдына әҙме-күпме асфальт түшәгәндәр, ә ихатала үлән сәселеп, ағастар ултыртылырға тейешле булһа ла, унда көҙгө батҡаҡтан башҡа бер нәмә лә юҡ, ти. Өҫтәүенә, ҡала етәкселәре республика башлығына был хәлде ямғыр йыуыуы менән аңлатҡан. Дөрөҫ, Радий Хәбиров килеп киткәс, әлеге ағастарҙы бер көндә ул­тырт­ҡандар.
– Бынағайыш, ишет­мәһәң – ишет! Бығаса шифалы батҡаҡ “Красноусол”, “Янғантау” кеүек данлыҡлы шифахана­ларҙа ғына бар икән тип уйлағайным, баҡһаң, ул Салауатта ла етәрлек икән. Шифаханаларға ат хаҡына путевка һатып алғансы ҡаланың үҙендә рәхәтләнеп батҡаҡта аунарға мөмкин. Тик бына тиҫтәләгән миллиондарҙы нимәгә сарыф иттеләр икән?

Өлгөр ТИКТОРМАҪОВ.

Автор:
Читайте нас