Ә бит Марат менән Нгамбо интернет аша танышып, осрашып, тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ була һәм өйләнешә. Улар хатта ике тапҡыр туй үткәргән: кәләштең йолаһы, кейәүҙең ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса ла. Барыһы ла ҡағиҙәгә ярашлы булһын өсөн Маратҡа хатта туғандарынан Нгамбоны «һатып алырға» тура килгән. Дөрөҫ, элеккесә һыйыр биреп түгел, ә аҡса менән. Әлеге мәлдә улар ауылда йәшәй, ҡыҙ үҫтерәләр, ә Марат ситкә йөрөп эшләй.
Бына шундай мөхәббәт тарихы.
Фото: видеонан скриншот