+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
14 Ғинуар 2025, 04:00

Һинд килене

Ишекте шар асып ауыҙы ҡолағына еткән Мансур килеп инде.– Әсәй, атай, мин кәләш алам!Һауыт-һаба йыуып торған әсәһенең ҡулынан кәсәһе төшөп китә яҙҙы.– Әстәғәфирулла. Мәшалла. Ниһайәт, минең улым башлы-күҙле була. Күптән кәрәк ине. Ҡырҡҡа етеп бараһың. Баҫыуҙағы техникаңдан айырыла алмайһың, шунан ҡайта белмәйһең. Әйҙә, ултыр, сәй эс. Сит илдән ҡайтып етмәгән, һөрән һалып ҡотто алып тора. Сәй эскәндә ошоно әйтеп булмай инеме ни? Кем инде ул беҙҙе ҡыуандырыр матур, һылыу килен?

Һинд киленеҺинд килене
Һинд килене

Мансур күкрәген киреп тороп баҫты:
– Һинд ҡыҙы!
– Әстәғәфирулла... Ниңә беҙҙән ҡыҙ тапманыңмы? Атаһы, ишетәһеңме? Улың һинд ҡыҙын кәләш итеп алам, ти.
– Ишетәм, әсәһе, ишетәм. Һин ишеткәнде мин дә аңғарып ултырам.
– Атаһы, улыбыҙ алдынғы механизатор тиеп, уға беренсе урын бирҙеләр...
Ир ҡатынын бүлдерҙе:
– Икенсе тиген.
– Ниндәй икенсе? Беренсе урын биргәндәр. Беренсе урынға ҡыйбатлы балаҫ булған. Шуны алырға теләмәй, икенсе урын алған механизатор менән урынын алмаштырған. Йәнәһе, уға Һиндостанға путевка кәрәк булған. Бына күр, нимәгә килтерҙе!
Ир ҡатынын тынысландырырға тырышты.
– Әсәһе, ниңә ҡыҙаһың? Баҫыуҙан ҡайтмаған улың хәҙер донъя күрҙе. Шуға шатланыр кәрәк. Етмәһә, күптән өйләнеүен көтә инең. Бына киленле итте, Аллаға шөкөр. Һиндостан фильмдарындағы Айшвария Рай һымаҡ матур ул уның ҡыҙҙары. Үҙең бит фильмдарын яратып ҡарайһың.
– Китсәле, нимә һөйләйһең, атаһы. Ҡыҙҙар тиеп күҙҙәре майланып китте. Ул килен менән мин нисек һөйләшәм? Бына бит күршебеҙҙә йәй башында урынлашҡан шундай уңған, һылыу һауынсы ҡыҙ бар, тиҙәр. Шул тиклем уңғандыр инде ферманан ҡайтмағас, үҙем дә берҙе лә күргәнем юҡ. Шул ҡыҙҙы ғына кәләш итеп алып булмай инеме ни? Әллә ҡайҙан килен алып ҡайтып йөрөмәһәң.
– Әсәй, уны өйгә саҡырып индерәйек. Тышта көтөп тора бит.
– Әстәғәфирулла. Ул бындамы ни? Үҙең менән ҡуша алып ҡайттыңмы ни?
– Эйе, әсәй. Әйҙә, бер ай эсендә туй яһайыҡ. Мин унһыҙ йәшәй алмайым. Үҙегеҙ күрерһегеҙ, ул шундай һылыу.
Мансур йүгереп сығып та китте. Аптырап ҡалған әсәһе менән атаһы тиҙ генә өҫтәлгә сәй ҡуя башланылар. Күп тә үтмәй сариға төрөнгән, һылыу ҡыҙ менән улдары килеп инде. Инеү менән һинд ҡыҙы биленә тиклем эйелеп:
– Намасте! – тиеп һаулыҡ һорашты. Аптырап ҡалған әсәһе менән атаһы бер юлы.
– Һаумыһығыҙ! – тинеләр. Унан әсәһе үҙен ҡулға алып:
– Hello! Do you speak English? – тине.
Ҡыҙға ла йән ингәндәй.
– Yes! – тип яуап ҡайтарҙы.
Әсәһе еңел итеп тын алып ҡуйҙы:
– Аллаға шөкөр, мәктәптә инглиз телен уҡытам. Былай бер нәмәһен дә аңламаҫ инем. Бына атайың уның менән нисек һөйләшер икән? Уға ла телде өйрәтмәһәм. – Шунан ҡыҙға табан боролдо. – Ҡарауға нишауа ғына һылыу, Айшвария Райға етмәһә лә. Беҙҙең һауында йөрөгән ҡыҙҙарҙың йөҙө шикелле көнгә янған. Хас башҡорт ҡыҙына оҡшап тора бит әле, маңла­йындағы ҡыҙылын алып ташлаһаң. Where are from?
– I am from Russian.
– Ыста. Беҙҙең илдә йәшәйме ни?
– Әсәй, нимәһенә аптырайһың? Хәҙер беҙҙә күп кенә милләттәр йәшәй.
Әсәһе ҡыҙға яҡыныраҡ килде:
– Do you speak Russian?
Ҡыҙ ҙа уға ҡарап йылмайҙы.
– Да.
Әсәһе инде ҡыҙыҡһынып китеп.
– Атаһы, ҡаралы хәҙер һин дә уның менән һөйләшә алаһың икән. А в России где именно живешь?
– В Башкортостане.
– Ыстағафирулла. Улым, Башҡор­тостанда ла һиндтар йәшәйме ни?
Атаһы ла һүҙгә ҡушылды:
– Нимәһенә аптырарға, әсәһе. Яңы Мәскәүҙә үткән олимпиаданан һуң бөтөн илгә таралғандарҙыр.
Әсәһе ҡыҙға тағы күҙ һалды.
– А башкирский понимаешь?
– Эйе, – тине ҡыҙ йылмайып ҡына.
– Ыстағафирулла. Ул бит беҙҙе вис аңлап ултыра ла баһа.
– Әсәй, ул райондан бит.
Әсәһе тағы ла нығыраҡ аптыраны:
– Райондан?.. Ҡыҙым, ниндәй райондан булаһың?
– Ҡыйғынан.
– Ҡыйғынан?.. ҡыйғының Ҡыйғы­һына тиклем һиндтар тулғас, белмәйем...
Исемең нисек, һылыу?
– Гөлзаһира.
– Улым, был ҡыҙ менән нисек таныштың? Бер ҙә аңламайым.
– Әсәй, беҙ шаярттыҡ. Ул бит беҙҙең яҡ ҡыҙы – Гөлзаһира. Иң шәп һауынсылар конкурсында Һин­достанға путевкаға лайыҡ булған. Шунда ғына мин уны беренсе тапҡыр күрҙем. Уның менән дә мин һинең кеүек таныштым.
Әсәй кеше иркен тын алды:
– Аллаға шөкөр. Атыу, яңы бешергән бишбармағымды нисек ашатырға тиеп уйлап бөткәйнем. Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарға етәме һуң?

Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас