Һиндостан миллиардеры Анант Амбани менән фармацевтика Магнаты Вирен Мерчанттың ҡыҙы Радхиканың туйында ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Бик күп билдәле шәхес, шул иҫәптән “йондоҙ”ҙар ҡунаҡ булған. Туй кемдеке – шуныҡы. Бүләктәр араһында алтын-гәүһәр, самолеттар, виллалар, пляждар, яхталар...
Туйҙың дөйөм бюджетын 85 000 000 доллар тип иҫәпләгәндәр.
Әйткәндәй, кейәү кеше 2016 йылда 108 килограмға ябығып, бөтә донъяны таң ҡалдырған булған. Тик туйына хәтлем кире һимергән дә ҡуйған. Ә кәләше барыбер, көндән-көн уны нығыраҡ яратам, тип әйтә ти.
Фото: https://dzen.ru/