– Иртәгәнән ябыға башлайым! – тип тантаналы белдерҙе ул кисен, эштән ҡайтҡас та. Аптырап ҡалған ҡатыны иренең ҡулындағы пакетын асып унан үлсәү килтереп сығарыуын бер һүҙ әйтмәй ҡарап торҙо.
Мәснәүи, өҫ кейемен һалғас, үлсәүҙе залдың түренә алып барып ҡуйҙы ла ауырлығын белергә булды.
– Теп-теүәл 90 кило, йә, Хоҙай! – Мәснәүи йәһәт кенә күлдәге менән салбарын, бер аҙ уйлап торғас, нәскиҙәрен систе, әммә нисә тапҡыр үлсәгескә баҫһа ла уның уҡтары әлеге йоморо һандан әллә ни аҫҡа китмәне. – Мин бит армиянан ҡайтҡан саҡта теүәл 60 кило инем, 170 сантиметр буйға идеаль ауырлыҡ, теләһә кем түгел, рота старшинаһы шулай ти торғайны. Йә инде, ниндәй көнгә ҡалғанмын! Кәләш, һин майлы аш та бәлеш бешереүеңде туҡтат, күберәк салат-малат, йәшелсә-емеш ашарға кәрәк, 18 йәш түгел беҙгә!
– Ай, әттәгеннәһе, кәстрүл тултырып борщ бешергәйнем бит әле, ашап тормайһыңмы? – таң ҡалып ирен күҙәткән Хәлисә саҡ телгә килде.
Мәснәүи, ирендәрен ялап бер аҙ торғас, ҡул һелтәне:
– Аштан оло булыу килешмәҫ, бешкән борщты әрәм итәһеңме? Иртәгәнән кистәрен ашамайым!
Ике тәрилкә борщты икмәкләп, майонезлап ашап бөтөрөп, ике сынаяҡ сәй менән баҫтырып ҡуйғас, Мәснәүи көс-хәлгә өҫтәл артынан тороп залға үтте лә, мендәр алып йомшаҡ диванға менеп ятты. Хырылдап йоҡлап киткәнсе телефонынан ябығыу серҙәре яҙылған мәҡәләләр уҡыны әле ул.
Иртәгәһенә Мәснәүиҙең эшендә ябыға башлауы хаҡында тотош коллективҡа мәғлүм булды. Берәүҙәр һоҡланды, икенселәр тел шартлатты, өсөнсөләр мыҫҡыллы йылмайҙы, әммә бер кем дә битараф ҡалманы.
Ашханаға төшөүселәр Мәснәүиҙең алдында кишер салаты, тары бутҡаһы һәм бер сынаяҡ сәйҙән башҡа нәмә күрмәй “аһ” итте. Ә бит, башҡаһы башҡа, әммә Мәснәүиҙең аппетиты булмауға бер ҙә зарланғаны юҡ ине. Ғәҙәттә, ризығы менән бер өҫтәлде бер үҙе биләгән, кәтлит, гарнир-фәләнде икешәр итеп алып өйрәнгән, бәлеш, пирожныйҙарҙан һис өҙөлмәгән кеше әле ул!
– Алтмыш килоға тиклем “төшөргә” уйлағайным башта, ҡатындың һүҙен йыҡманым, етмеше лә етәр, йәшең дә бара бит, ти, – тип ихласлап серҙәре менән бүлеште Мәснәүи. Шулай итеп, бер көн эсендә заманыбыҙ геройына әүерелде лә ҡуйҙы. Ул етәкләгән бүлектә эшләгән өс хеҙмәткәр иһә сәләмәт тормош алып барыуҙың, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоуҙың файҙаһы хаҡында ғүмере ишетмәгәнен бер көндә белеп өлгөрҙө. Ҡыҙыҡ, бүлектәге ниндәй мәсьәлә буйынса керһәләр ҙә, мөдир ауыҙынан холестериндың зыяны, ни өсөн киске сәғәт алтынан һуң самалап ашарға кәрәклеге, һәм башҡалар тураһында лекция тыңлап сығалар.
Шул уҡ көндө Мәснәүиҙең даны ҙур коллектив менән сикләнеп ҡалманы, интернет киңлектәренә сыҡты. Социаль селтәрҙә сәғәт һайын нәмәлер яҙып, үҙенең дә донъяла барлығын белдерергә яратҡан бер коллегаһы бергәләп төшкән фотоһын, уның батырҙарса ябығыуын яҙғас, Мәснәүиҙең телефоны бөтөнләй тынмаҫ булды. Класташтары, элек бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, ауылдаштары, әллә нисә йыл күрешмәгән алыҫ туғандары шылтыратты.
Кисен өйөнә ҡайтып ингән Мәснәүи бөтөнләй хәлдән тайғайны.
– Сәй эсәһеңме? – тип ҡыҙыҡһынды ҡатыны, уға һынаулы ҡарап.
– Була инде, – тип мығырҙаны ире, шунан ауыр һулап өҫтәп ҡуйҙы. – Эс ауыртып тора, ашауҙы яйлап кәметергә кәрәктер, ахыры, ҡапыл туҡтау ярамаҫ – кисәге борщ ҡалдымы әле?
* * *
– Туҡһан биш килограмға еткәнмен, йә Хоҙай! – Мәснәүи аптырап тыума килеш үлсәнһә лә һандар үҙгәрмәне. – Һуңғы тапҡыр үлсәнгәндән ике аҙна ғына үтте ләһә! Былай бармай, ябыға башларға кәрәк, киләһе дүшәмбенән, юҡ, Яңы йылдан! Түңәрәк һан булһын – йөҙгә генә етәм дә!