Иҙән тулы шәкәр түгелгән. Бәй, һауытын төшөрөп ватҡандар икән. Ир быяла онтағына баҫыуҙан ҡурҡып, аяҡ ослап ҡына атлап ҡатынын эҙләп китте. Йыуыныу бүлмәһенә күҙ һалды: еүеш таҫтамалдар, һабын, тағатылған туалет ҡағыҙы барыһы бергә буталған, теш пастаһы стенаға, көҙгөгә һыланған.
Ир аптырап йоҡо бүлмәһенә атланы. Унда түшәктә ҡалас кеүек йомарланып ятҡан ҡатынын күрҙе. Ул төнгө күлдәктә килеш китап уҡып ята ине. Ҡатын иренә ҡараны ла йылмайҙы, хәлдәрен һораны.
Ир һорауға һорау менән яуап бирҙе:
- Бында нимә булды? Ауырып киттеңме әллә?
Ҡатын тағы йылмайҙы:
- Һин эштән ҡайтҡан һайын минән ”Көнө буйы нимә эшләнең?” - тип һорайһың. Хатта шелтәләйһең, эйеме?
- ?..
- Һәм бына бөгөн мин бер нәмә лә эшләмәнем...
"Зөһрә Йондоҙ" төркөмөнән.
Фото: autosprite.ru