+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
20 Март 2025, 06:20

Уҡытыусыларынан ришүәт алған

Дәүләкән район суды элекке мәктәп директорына «ришүәт алыу» һәм «вазифа вәкәләттәрен дөрөҫ файҙаланмау»статьялары буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда мәктәп етәксеһе һигеҙ хеҙмәткәренән стимуллаштырыуға бүленгән аҡсаның бер өлөшөн алып барған. Директорҙың ҡулына 230 мең һум самаһы аҡса төшә.

Уҡытыусыларынан ришүәт алғанУҡытыусыларынан ришүәт алған
Уҡытыусыларынан ришүәт алған

Әлбиттә, етәксе үҙенең ғәйебен танымаған. Суд уға муниципаль һәм дәүләт учреждениеларында ойоштороу-бойороу һәм административ-хужалыҡ функцияларын башҡарыу менән бәйле вазифаларҙы биләү хоҡуғынан 2 йылға мәхрүм итеп, 400 мең һум күләмендә штраф билдәләнгән һәм дәүләт килеменә ришүәт суммаһын конфискациялаған.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас