– Етәр инде, һиңә бер кем дә теймәй ҙә инде, тым, – тип Рәшит Рәғиҙәһен тынысландырып ҡарай, уның һайын ҡатыны ҡыҙа ғына.
– Ана, кисә тағы магазин янында бер килке ирҙәр өйөлөшөп: “Рәшиттең овчаркаһы килә”, – тип көлөп тә торалар.
– Ишетмәмешкә һалышып үт тә кит, аҡ һаҡаллы ҡарт булырһың!
– Ишетеүен ишеткәс, нисек һалышайым, ти? Һәр береһен теҙеп ҡуйып күрһәттем мин уларға ”овчарканың” ниндәй икәнен. Ҡабат минең яҡҡа әйләнеп тә ҡарарға ҡурҡырҙар. Ҡушамат таҡһындар ҙа, мин өндәшмәй үтеп китергә тейеш! Күрһәтермен әле мин уларға овчарканы!
– Урам буйына сығыуы оят бит. Һинең арҡала, үҙебеҙгә бер кем инмәй. Өндәшмәйерәк йөрөп ҡарарға була бит…
Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң Рәғиҙә йәнә телгә килде:
– Ә нишләп беҙгә бер кем дә инмәй һуң? Мин ғәйепле тип әйтмәксеһеңме? Нишләп мин генә булайым, ти?.. Ну… Хәҙер мин яҡшы ла, һин насар тип әйтмәксеһеңме? Юҡсы… Мин бына тигән бисә…
– Сәсә, тиген тағы. Әйтәм бит, өндәшмә лә ҡуй. Беҙгә ғүмер буйы ауылда, ошо кешеләр араһында, йәшәргә кәрәк. Көндөң көн буйы урамдан инмәй кеше менән әрләшәһең. Ә өй эсендә бер эш ҡыйратмайһың, ашарға бешермәйһең, хатта һыйырҙың әҙер һөтөн дә эшкәртмәй, сусҡаларға ҡояһың…
Иренең башҡа һүҙҙәрен ишетмәне Рәғиҙә. Уның ҡарауы, эсенән генә, иртәгәнән үҙгәрәсәкмен, тип үҙенә һүҙ бирҙе. Ни эшләп насарҙар рәтендә йөрөргә тейеш әле ул?
Иртән һыйырҙарын иркәләп, бар күңелен биреп һауҙы хужабикә. Әллә шуны һиҙеп, Бөҙрәкәйе һөттө ғәҙәттәгенән күберәк бирҙе, ҡойроғон болғап, күнәкте лә тибеп осорманы. Малдарҙы көтөүгә оҙатҡанда, осраған берәү менән йылмайып ҡына баш һелкеп иҫәнләште. Баҫҡан ерендә туҙан уйнатыр, һәр һүҙгә тупаҫ яуап ҡайтарыр ҡатындың был ҡылығына бөтәһе лә шикләнеберәк, күҙҙәрен аҡайтыбыраҡ, ҡараны.
Өйгә ҡайтҡас, самауырҙы ла һәр ваҡыттағыса бар донъяға дөбөрләтеп түгел, ә йырлай-йырлай ҡуйҙы. Балалар йоҡонан уянғансы, бер ваҡытта булмағанса өҫтәлдә яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ, майға туғылған икмәк хуш еҫтәрен бөркә ине. Асыҡ йөҙ менән балаларына, иренә, ҡәйнәһенә сәй эсерҙе хужабикә. Бындай татыулыҡ, тыныслыҡ үҙенә лә оҡшап ҡуйҙы. Шатлығынан ҡысҡырып көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып йөрөнө. Был ҡыуаныстан баҡсала сәскә атҡан гөлдәр хуш еҫен тик уға бөркә һымаҡ тойолдо. Рәғиҙә уларға ла йылмайып баҡты. Гөр-гөр килеп сутылдаған өйрәктәрҙе ихлас ашатып, күлгә ҡыуып төшөрҙө. Аҙым һайын ажғырып, ҡысҡырып, мең һүҙгә етә торған әсәләренең был үҙгәрешен тыныс ҡына күҙәткән балалар ҡысҡырыу һүҙҙәре ишетелерен көтөп, өнһөҙ генә йөрөнөләр. Ире, ҡатынының һәр күҙ ҡарашында асыу табырға тырышып, ситтән генә ҡарап йөрөгән булды. Ләкин асыу һиҙелмәне. Хатта Рәшит Рәғиҙәһенең ниндәй һөйкөмлө ҡатын, хәстәрлекле әсә булыуына күҙ тейҙереүҙән ҡурҡып, уңға әйләнгәнендә лә, һулға боролғанында ла төкөрөнөп-төкөрөнөп ҡуйҙы. Ә ҡәйнә кеше иркен тын алып, килененең ҡапыл үҙгәреп китеүен күрше-тирәләргә сығып һөйләп шатланды.
Рәғиҙә генә, бер ни булмағандай, йырлай-йырлай йорт-тирәһен йыйыштырҙы. Донъяға бер сумһаң, шул инде, йырып сыҡмаҫлыҡ мәшәҡәттәргә батаһың да ҡуяһың. Ләкин уңған ҡатын эштән ҡурҡмай. Хатта ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй. Төштән һуң, ҡайһы аралалыр өлгөрөп, күрше-тирәләге әбей-һәбейҙе, ҡәйнәһенең әхирәттәрен сәйгә алды. Өҫтәл тултырып бәлеш, ҡайнатмаларын йәлләмәй теҙҙе. Улар сәйләгән арала балалары менән күл буйына төшөп, һыу инеп ҡайттылар. Шулай йәйҙең оҙон көнө бер тынала уҙҙы ла китте.
Төн уртаһы еткәс, Рәшит ҡапыл тауышҡа һиҫкәнеп уянды.
– Мин өндәшмәгәс тә, бөтәһен дә онотҡан, ғәфү иткән тип уйлайһыңмы, хәстрүш? Бүтән күҙемә күренмә! Күреп ҡалһаң, урап үт, поезд түгелһең! Үҙеңде бел, алйот! Күрһәтермен әле мин һиңә, хәйерсе! Бирешеп тә тормайым! Башың эшләмәһә, балнисҡа ят, эшкинмәгән! Өндәшмә, имеш… Өндәшмәйем! …Әлегә өндәшмәйем…
Теле теленә йоҡмай, Рәғиҙә ҡулдарын болғай-болғай йоҡо аралаш кем менәндер әрләшә ине…