Дауаланырға тотоноуым була, иреш-талаш башлана торғайны. Ковид ваҡытында бөтөнләй һуғышып китә яҙҙыҡ. Ауырыу йоғоп ҡуймаһын тип, мин көн дә өсәр рүмкә араҡы эстем. Араҡы бит бөтә вирустарҙы үлтерә, шуны алама ҡатын аңларға теләмәне. Локдаунда өйҙән сыҡмай ятҡас, әлеге лә баяғы, һимерелде. Ә ҡыҙыл шарап майҙы яндыра. Бисәгә: “Һин дә эс, ябығырһың”, – тип әйтеп ҡараным, тыңламаны!.. Туҡтауһыҙ әрләшеүҙән ҡан баҫымым яман күтәрелә ине. Күтәрелгәс, коньяк йотам, давлениемды шунда уҡ төшөрә. Быны ла яратманы!
Уның менән талаша торғас, нервылар бөттө. Шуға ла бал ҡойоп алдым. Ул бит магазиндан һатып алған нәмә түгел, тәбиғи эсемлек, нерваларға ыңғай йоғонтоһон сыразу тойҙом. Бисәм мине “һыу мейе, алйот” тип әрләне. Бәхәсләшеп торманым, әммә уйландым: ҡартаям, ысынлап та, мейе насарыраҡ эшләй башлауы ихтимал. Уныһын уйлап, һыра эсә башланым. Һырала мейене эшләтеп ебәрә торған витаминдар бар. Бисә быны ла аңламаны! Айырылышырға тура килде. Бер ҙә үкенмәйем! Иң мөһиме – һаулыҡ булһын, бисә табылыр ул...
А. Сәләхова.