+28 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
25 Марта 2025, 09:25

"Фингал"

Горбачёв эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш иғлан иткән дәүерҙә “Һәнәк” редакцияһында була был хәл. Көрәше-көрәш, ә тормош, айырыуса, кистәрен күҙәтелгән спиртлы эсемлекле байрамдар, үҙ яйы менән бара. Эшмәкәрлеге, эстәлеге замана керҙәренән әсе көлөүҙе, фашлауҙы талап иткән баҫманың һәр хеҙмәткәре – телгә бөткән сатирик, юморист булыуын да оноторға ярамай.

"Фингал""Фингал"
"Фингал"

Ана шундай бер сатирик, төнөн елле генә “байрам иткәндән” һуң, иртән эшкә күҙ төбө күгәреп (уныһы – кемдеңдер “йоҙороғо” эҙе) килеп инә. Шым ғына урынына үтеп ултыра. Тик был тиклем дә сағыу «фонарь» коллегаларына күренмәй буламы ни? Журналист халҡының күҙе үткер, элеп алалар, тик әлегә һелкеп кенә һалмайҙар. Көрәштәштең битенән алыу, йөҙ йыртыу килешмәй – өндәшмәйҙәр.
Партия ойошмаһы сәркәтибе генә бындайын да “ҡырын” эшкә күҙ йома алмауын белдереп, йыйылышты асып ебәрә. Партия вәкиле “тәртип боҙған” коллегаһынан, һорау ала башлай:
– Иптәш N, күҙ төбөгөҙҙәге “фингал”ды ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа эләктерҙегеҙ? Кисә спиртлы эсемлектәр ҡулландығыҙмы? Эш тәртип боҙоуға – һуғышыуға барып етеүенә юл ҡуйҙығыҙмы? Оят! Беҙ бит бөтә ил менән эскелеккә ҡаршы көрәшәбеҙ! Ә һеҙ... үҙегеҙҙе генә түгел, редакцияны ла партия алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйғанһығыҙ! Ысын коммунист эше түгел был! Иптәштәр! Был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай! Бөгөн беҙ “фингал” менән киләбеҙ, ә иртәгә?!
Коллегалар, тамаҡ ҡырған, күҙлектәрен төҙәткеләгән, танауҙарын ышҡыған булып, саҡ-саҡ көлөп ебәрмәй түҙеп ултыра. “Фингал” эйәһе, бүтән саҡта теле телгә йоҡмағанды, был юлы “ауыҙына һыу уртлап” ултыра бирә һәм был тиклем дә ғәрлекте ысын сатириктарса лайыҡлы күтәрә – өндәшмәй.
Редакциялағы иртәгәһе көн ҡәбер тынлығы менән башлана. Барыһы ла кисәге ултырыш ниндәйҙер етди саралар күреүгә килтерер тип көтә. Бына ишектә партия ойошмаһы секретары күренә. Танауына дөм-ҡара күҙлек эләктергән. Коллегалар бер-береһенә ҡарашып ҡына ҡуя. Өндәшерлек түгел, ни булғанлығы билдәһеҙ. Журналистар, айырыуса сатириктар – детективтар һымаҡ, сабыр халыҡ.
Партия активисы үҙенең урынына барып ултырыуы була, эргәһенә кисәге “фингаллы” сатирик тып итеп килеп тә баҫа. Өндәшеп-нитеп тормай, тегенең ҡара күҙлеген сисә һәм күҙ төбөндәге, үҙенекенән бер ҙә ҡалышмаған елле “фингал”ды рисуай итә. Яңы фингал эйәһе ҡыҙарына, бүртенә, тик бер ни өндәшмәй. Коллегалар, шул иҫәптән кисәге “N” иптәш тә, йығылып ятып көлә. Иң әсе телле сатириктарҙың береһе, быуыла-быуыла телгә килә:
– Хөрмәтле партия ойошмаһы етәксеһе! Һеҙ, ысын коммунист булараҡ, “N” иптәште яңғыҙын ҡалдыра алмайһығыҙ шул! Һеҙ, хөрмәтле партия ойошмаһы етәксеһе, кисә генә ошо көрәштә яра алған “N” иптәш менән бергә, төнгө урамда... айыҡлыҡҡа... әй, эскеселеккә ҡаршы көрәш башлағанһығыҙ бит! Шунда һеҙгә эскеселәр ҡаршылыҡ күрһәткән. Ай, еңел түгел беҙҙең эш, еңел түгел!

Байым РӘХИМЙӘНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас