Депутат һәм эшҡыуарға ҡарата РФ Енәйәт Кодексының 291 маддәһенең 2 өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (ҙур күләмдә ришүәт биреү). Уға өс йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм итеү йәки ҙур штраф янай. Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идараһы видеоһында депутат аҡсаны түрәгә тапшырғанын таныған, әммә унан бер нимә лә өмөт итмәнем, тигән.