+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
27 Март 2025, 05:50

Айгизәнең тетмәһен теткәндәр

Был һылыуҡайҙы таныйһығыҙмы? Айҙар Ғәлимовтың төпсөк ҡыҙы социаль селтәрҙәге аккаунтында үҙенең ярым шәрә фотоларын ҡуйып, күбеһен ғәжәпкә ҡалдырған икән. “Стористарҙа был фотолар барығыҙға ла бик оҡшағайны. Һеҙҙе уларға лайыҡ ҡуйыу мөмкинлегенән мәхрүм итә алмайым”, – тип тә ебәргән.

Айгизәнең тетмәһен теткәндәрАйгизәнең тетмәһен теткәндәр
Айгизәнең тетмәһен теткәндәр

Айгизәнең образын “ут” тип баһалаусылар, был хаҡта иң күп комментарий ҡалдырған. “Ужасно матур булған был!”, “Просто вау”, “Һин – ныҡ матур һәм талантлы”, “Йондоҙ”, “Бындай сибәр булыу – енәйәт”, – тигән яҙыуҙар бар.

Әлбиттә инде, фотоларҙан ғәйеп эҙләүселәр, фекерҙәрен асыҡтан-асыҡ белдереүселәр ҙә етерлек. Күптәр,  Айгизә атаһы Айҙар Ғәлимовтың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерә, тип борсола. “Атаһы ла күрә бит инде”, “Лайыҡлы йырсының ҡыҙы уйламайынса эш итә бында”, “Шундай аҡыллы кешенең ҡыҙы инде был...”, тигәнерәк һүҙҙәр менән тетмәһен теткәндәр ҡайһы берәүҙәр.

Фото: интертат               

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас