+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
8 Апрель 2025, 07:00

Телефон аша “дауалау”

Нефтекамала йәшәүсе ҡатын "боҙомдан таҙарынырға" уйлап, аҡсаһын юғалта. 56 йәшлек ханым, һаулығы насарайыу сәбәпле, социаль селтәрҙә күрәҙәсе табырға ҡарар итә. Мистик ғәмәлдәр башҡарыу буйынса төрлө тәҡдимдәрҙе ҡарап, ул күрһәтелгән телефондарҙың береһенә шылтырата.

Телефон аша “дауалау”Телефон аша “дауалау”
Телефон аша “дауалау”

Уға шунда уҡ күрәҙәсе телефон аша ғына бөтөн ауырыуҙарҙан да дауаларға вәғәҙә бирә. Шуға ярашлы, таҙартыу йолаһын үткәрергә тәҡдим итә. Хеҙмәт 10 мең һумға баһалана. Ҡатын-ҡыҙ сумманы шул уҡ сәғәттә кәрәкле реквизиттарға күсерә. Бер нисә көн үтеп китә, әммә күрәҙәсе ритуал менән ашыҡмай. Клиент дәғүә белдерә башлағас, тегеһе йәнә аҡса һорай. Ҡатын инде сираттағы түләүҙән баш тарта, ә күрәҙәсе башҡа бәйләнешкә сыҡмай башлай, иҫәпкә күсерелгән аҡса менән бергә һыуға төшкән кеүек юҡ була. 

Әлеге мәлдә полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү сараларын үткәрә.

 

Фото: bigbookname.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас