+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
21 Апрель 2025, 08:15

Бурҙан ҡала, һыуҙан ҡалмай

Бәлә килеүен күптәр һиҙмәй ҙә ҡалды. Инйәр йылғаһы ҡышҡы йоҡоһонан саҡ уянып килгәндәй. Көтмәгәндә, сама менән өс-дүрт аҙнаға алдан, боҙ ҡуҙғалды. Тау йылғаһының холҡо тиҙ үҙгәреүсән. Боҙҙар тығылып, күҙ асып йомған арала ике метр ярымға күтәрелгән ташҡын Архангел районы Аҙау ауылы урамдарын баҫты. Күптәрҙең күҙ терәп торған малдары һәләк булды, техникаһы эштән сыҡты, йорт-ҡуралары зыян күрҙе.

Бурҙан ҡала, һыуҙан ҡалмайБурҙан ҡала, һыуҙан ҡалмай
Бурҙан ҡала, һыуҙан ҡалмай

Тап шул мәлдә юғалып ҡалмаған тиҫтәнән ашыу ир-егет олоғайған кешеләрҙе, инвалидтарҙы, балаларҙы үҙ транспортында һәм үҙ елкәләрендә хәүефһеҙ урынға сығарҙы. Бына хәҙер былай ҙа етеш йәшәмәгән халыҡ ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү, күрелгән зыянды ҡаплау өсөн байтаҡ ваҡыт көс һалыр әле. Әйткәндәй, журналыбыҙҙы алдырып уҡыусыбыҙ һыу ярҙарынан сыға башлағас та, атаһының әйткәнен тыңлап, малын өҫкө урамда йәшәгән туғандарына ҡыуа, еңел машинаһын да шунда алып бара. Тап шуға күрә сағыштырмаса ҙур зыян күрмәй. Ә бына күрше-күләне уның әйҙүкләүенә ҡолаҡ та һалмай, хәҙер терһәктәрен тешләрҙәй булалар ҙа, һуң инде.
Быйылғы ташҡында 25 районда алтмышлап һыу баҫыу осрағы теркәлде.
Ярҙамға килергә тейешле хеҙмәттәр ҡайҙа булған, ниңә боҙҙарҙы шартлатмағандар, тығылыуын көткәндәр, тип һорар ғәҙеллек даулаусы уҡыусы. Күрәһең, бер юлы бөтә йылғаларҙы берҙәй үк контролдә тотоу мөмкин булмаған эштер. Хәйер, беҙ ташҡын урынында эшләйбеҙ, тип фотоларын интернетҡа ҡуйыусыларҙың күплегенә ҡарағанда, ярҙам итеүселәр байтаҡ.
Законға ярашлы рәүештә, һыу баҫыу сәбәпле мөлкәтенән тулыһынса ҡолаҡ ҡағыусыларға 100 мең һум, өлөшләтә зыян күреүселәргә 50, йорттары һыу баҫҡан зонала ҡалыусылар 10 мең һум дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Әлбиттә, был бик әҙ. Шуға күрә ташҡындан зыян күреүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыусыларға рәхмәт һүҙҙәре генә еткерге килә. Изгелек акцияһына “Һәнәк”тәр ҙә ҡушылды.
Эйе, беҙҙә барыһы ла һис тә көтмәгәндә килә. Аптыратып, йәйен урмандар яна, ҡышын ҡар күп итеп яуа, яҙын ташҡын ярҙарынан сыға. Тәбиғәт ҡазалары йыл һайын ҡабатланып торһа ла, уларҙы әҙерлекһеҙ килеш ҡаршылайбыҙ. Хоҙай беҙҙе уйлай, әммә ул беҙҙең өсөн уйламай шул.

Кәкре БӨКРИЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас