

Ошо көндәрҙә Силәбе отрядының инфоргы телефонына Дмитрийҙың Яңауыл районында табылыуы хаҡында хәбәр килә.
Асыҡланыуынса, Шудек ауылы халҡы ирҙе интернетта таралған ориентирҙар буйынса таный.
Хәлдән тайған Дмитрийҙы ауыл халҡы ашата, кейендерә һәм Яңауыл ҡалаһының үҙәк дауаханаһына оҙаталар. Тиҙҙән яҡындары килеп, Дмитрийҙы өйөнә алып ҡайта.
Һуңыраҡ Дмитрий Өфөлә теркәлмәгән "эш йорттары"ның береһенә эләгеүе тураһында һөйләй. Унда ирҙе тамаҡ хаҡына эшләргә мәжбүр итәләр, гел туҡмайҙар.
Быға түҙә алмай, ул ҡасырға һәм йәйәүләп булһа ла Пермгә ҡайтырға ҡарар итә.
- Бына шулай итеп иғтибарлы ябай ауыл халҡы кешегә битараф ҡалмай, уны ҡотҡара, - ти эҙәрмәндәр.
Һәр кем шулай юғалған кешене эҙләп табырға ярҙам итә ала, шуны һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ, дуҫтар!
Эш йәки хеҙмәт йорттарында ғәҙәттә йортһоҙ, кризис хәлендә ҡалған һәм аҡсаға бик мохтаж булған кешеләр йәшәй. Бындай учреждениеларҙа улар бушлай йәки бик түбән эш хаҡына эшләй. Күпселек осраҡта эш йорттары кешеләргә кризис хәленән сығырға ярҙам итмәй, ә уларҙы файҙаланып, мәжбүри тота. Рәсәйҙә эш йорттарының һаны тураһында ла, унда күпме кешенең булыуы хаҡында ла аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Бындай учреждениеларҙың маҡсаты - кешеләрҙең бушлай йәки бушлай тиерлек хеҙмәте иҫәбенә аҡса эшләү.
"ЭШ! ЙӘШӘҮ УРЫНЫ, ТУҠЛАНЫУ БУШЛАЙ!" тип яҙылған һәм телефон номеры ғына күрһәтелгән иғландар һәр ҡалала туп-тулы. Эш белешеп шылтыратһалар, адрестарын әйтмәй, шул-шул ергә килегеҙ, тип саҡыралар. Осрашыу урынында уҡ кешене машинаға көсләп ултыртып (багажникка тығып), алып китеүҙәре ихтимал.
Фото: "ЛизаАлерт", Силәбе өлкәһе.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-04-18/ir-e-ollo-ta-tot-andar-4204456