+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
23 Апрель 2025, 10:15

Бер мөхәббәт тарихы

Лифтҡа артымса бер егет инде. Һөлөк һымаҡ. Оҙон буйлы, киң яурынлы, һылыу йөҙлө, ыҫпай итеп кейенгән — ҡыҫҡаһы, тап минең типаж. Ул да миңә ҡарап-ҡарап ала. Күрәһең, мин дә уға оҡшағанмын. Әллә үҙем һүҙ ҡушайыммы икән? Танышыр инек. Ҡыҙыҡһыныуын күрһәм, бәлки, осрашыуға ла саҡырырмын. Көндәр йылынды, паркта ҡәһүә эсербеҙ. Бер-беребеҙҙе оҡшатҡандай итһәк, икенсе осрашыуға киноға йә театрға барырбыҙ. Өсөнсө тапҡыр ресторанда күрешербеҙ.

Бер мөхәббәт тарихыБер мөхәббәт тарихы
Бер мөхәббәт тарихы

Аралар йылынғас, бер-ике көнгә тәбиғәт ҡосағына сығырбыҙ. Ул ваҡытта йәй була бит инде. Көҙгә ҡарай тәҡдим яһаһа, ҡыш ғаилә менән генә йыйылышып никах уҡытып, бергә йәшәп ҡарарға була. Барыһы ла яҡшы барһа, яҙғыһын туй үткәрербеҙ. О! Бөгөнгө датала — танышҡан көнөбөҙҙә туй яһайбыҙ. Шәп бит! Ә төшкән аҡсаға диңгеҙ буйында ял итербеҙ. Шунан инде “бытовуха” тигәндәре башлана инде. Ул эшкә йөрөй, мин декрет ялында ултырасаҡмын. Бер бала менән нисек тә булһа үҙемде ҡарап, фигура һаҡлай алһам, икенсе, өсөнсө бала тапҡас нимә булыр икән? Сәсте йыуып алырға ла ваҡыт булмаҫ инде. Арып-талып, һәпрәм ҡойола башлаясаҡ. Ә ирем яйлап-яйлап һыуынасаҡ. Эштән һуңлап ҡайтасаҡ. Иғтибарын бүлмәйәсәк. Иреш-талаш китәсәк. Ә бер көндө уның йәш, сибәр, ябыҡ һөйәркәһе барлыҡҡа киләсәк... Мин айырылып, өс бала менән әсәйемә ҡайтып китермен. Ә ул ир, етмәһә, алименттарын түләмәй йонсотасаҡ — йәш һөйәркәгә аҡса кәрәк бит...
— Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең менән танышырға мөмкинме? — егет уйҙарымды бүлдерҙе. Уға ҡабаттан баштан-аяҡ ҡараным. Ул тиклем матур ҙа түгел. Торған була килештереп, ыржайып, тфү! Тауышы тауышмы? Фу!..
— Эй, ниңә өндәшмәйһегеҙ? — тип күҙ ҡыҫа, битһеҙ.
Былайтып әйтеүенә бөтөнләй асыуым килде. Ситырайып, ерәнеп ҡараным да ағыуымды уға сәстем:
— Ну, һин ысволощ! Оялмай ҙа танышайыҡ, тип тораһыңмы? Мин һинең кеүек өс балалы ҡатынын ташлап сығып киткәндәр менән һөйләшкем дә килмәй! — тип эре генә баҫып үҙемдең ҡатымда сығып киттем. Был лифтта йөрәгем ярыласағын белһәм, бөтөнләй инмәҫ инем. Иҫең китер был алама ирҙәргә!

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас