+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
23 Апрель 2025, 06:50

Мәрхүмдәр ҙә диспансеризация үтә икән...

«Һаулыҡ Һаҡлау»милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡлаған. Баймаҡ районында урындағы дауахананың ике медицина хеҙмәткәре рәсми отчеттарға дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр индергән. Баҡтиһәң, планды тултырыр өсөн, улар күптән мәрхүм булған ике пациентына диспансеризация үткәреп ҡуйған.

Мәрхүмдәр ҙә диспансеризация үтә икән...Мәрхүмдәр ҙә диспансеризация үтә икән...
Мәрхүмдәр ҙә диспансеризация үтә икән...

Баймаҡ районы прокуратураһы инициативаһы буйынса ғәйеплеләр «медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙа мәнфәғәттәр конфликты тураһында мәғлүмәт биреү тураһында бурыстарҙы үтәмәү» статьяһы буйынса штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Бынан тыш, учреждениеның баш табибы исеменә артабан бындай боҙоуҙарға юл ҡуймау тураһында киҫәтеү яһалған.

Фото: abnews.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас