+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
25 Апрель 2025, 06:35

Танылайым әле

Рамай ҠАҺИРОВ Бер көн «Ҡыйғыр» журналында яуап­лы сәркәтип булып эшләгән танышым Илсур Ирмәков шылтыратты.– Уразай ағай, хәлдәрең нисек? Шиғырҙарыңды интернеттан уҡып барам, афарин! Бер йомош бар ине. Журналыбыҙ уҡыусылары өсөн мауыҡтырғыс хикәйә йәки повесть яҙып бир әле. Сәпсим тираж кәмене бит, ағай! Ә йүнле хикәйә яҙыусыны хәҙер көндөҙ шәм тотоп эҙләһәң дә таба алмайһың! Халыҡ мөхәббәт, тәбиғәт һүрәтләүе тураһындағы «әҫәр»ҙәрҙән ялҡып бөттө. Ә һин, ағай, йәш сағыңда төрмә мөхите менән яҡындан таныш булған кеше, шул турала яҙ әле.

Танылайым әлеТанылайым әле
Танылайым әле

Бер аҙ уйланып торғас, шулай тип яуап бирҙем:
– Ул хаҡта бер ун йыл элек яҙған инем. Хатта билдәле «Аҡ далан» журналының баш мөхәррире Ғамир Даминдаровичҡа ла ебәргәйнем. Оҡшатманы. «Яҙғандарың хикәйә ҡалыбына тура килмәй. Ысынында, яҡшы хикәйә яҙыр өсөн оҫта рәссам булырға кәрәк. Ә һин – күргәндәреңде, аҡлы-ҡаралы яҙмышыңды фотоға төшөргәндәй генә тасуирлағанһың. Геройҙарыңдың төҫ-ҡиәфәте, өҫ-башы сағылған, тик уларҙың күңел кисерештәре, холоҡ-фиғеле, уй-хыялдары уҡыусыға асыҡ түгел. Халыҡ араһында абруйы булған журналда ундай яҙма урын ала алмай. Яҙыуың – район гәзите өсөн генә яраҡлы», – тигән яуап алдым.
Илсур, был һүҙҙәрҙән ҡыйралмай ғына:
– Беләм мин ул «шәптекәй» яҙыусыны. Универҙа бергә, бер бүлектә уҡыныҡ. Шул саҡтан бирле күрә алмайбыҙ бер-беребеҙҙе. Бер баҫма эсендә эшләһәк тә, аралашыу түгел, һөйләшмәйбеҙ ҙә. Һин уны шәп яҙыусы тип уйлайһыңмы әллә? Яңылышаһың, яҙа белмәй ул. Ана, «Тракторист» тигән хикәйәһен ҡара әле. Геройы – трактор эсендә иҫереп донъя ҡуйған бахыр бер колхозсы. Ә «Кисеүҙәге аттар» повесынан берәй уҡымлы урын таба алаһыңмы?!
– Шулай булғас, ағай, оҙаҡҡа һуҙмай, беҙгә яҙыл да, төрмә тураһында яҙған яҙмаңды миңә ебәр. Уны хикәйә тип түгел, «Яҙмыш һынауҙары» рубрикаһында бирербеҙ.
Тик алдан иҫкәртәм: гонорар һорап ҡаңғыртып ятма. Редакцияла аҡса юҡлыҡтан интегәбеҙ. Аҙна һайын командировкалар, байрам һайын – корпоративтар. Үҙебеҙ ҙә аҡсаһыҙ ултырабыҙ! Бына мин, төп эшемдән тыш, балалар баҡсаһында төнгө ҡарауылсы булып йөрөйөм. Был да аҡса етмәүҙән. Малайҙар нефтсе һөнәренә уҡый, уҡытып кеше итәһе бар. Шуға ҡарауылда төндәр буйы яҙышып сығам. Иң шәп әҫәрҙәр төндә яҙыла ул, ағай!
Һуҙмай ебәр яҙмаңды. Миңә сифат кәрәкмәй, күләм кәрәк. Яҙғандарың ярты журналды биләһен, шәп була!
Нимә тураһында яҙырға тиһеңме? Бөтә күргән-киссергәндәреңде яҙ! «Зыктар»ҙың нимә ашап, нисек бәҙрәфкә йөрөүенә тиклем. Был тема журнал уҡыусыларына ҡыҙыҡлы буласаҡ. Мин һине яҙыусы итеп танытам әле, Уразай ағай!
...Ун-ун ике йыл элек яҙылған ҡулъяҙмамды саҡ эҙләп таптым да, компьютерға баҫтырып, Илсур дуҫыма ебәреп ҡуйҙым.
Ҡыуанысынан тағы шылтырата:
– Афарин, ағай, әҫәрең оҙаҡ, күләмле. Унынсы һанға әҙерләп ебәрермен. Ноябрь аҙағында һеҙҙең районға командировкаға барам. Юл төшһә, бәлки, ҡунаҡҡа ла кереп сығырмын. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар тотаһыңмы? Һуғымың бармы? Кәрәк тиһә, ауылығыҙ клубына халыҡты йыйып, ижад кисәһе лә ойошторорбоҙ! Ул яғы миндә – өйрәнелгән эш, – тип, мең төрлө уйға һалды Өфө ҡалаһындағы танышым.
Октябрь башында йәнә шылтырата:
– Ҡотлайым, ағай, журналда әҫәрең сыҡҡан саҡ. Тик беҙҙең редакцияла бер матур йола бар бит әле: автор үҙенең дуҫ-иштәренә, зат-зәүеренә, күршеләренә бүләк итер өсөн, баҫылған журнал һанын 50 йә 100 дана итеп һатып алырға тейеш. Бер яҡтан – дан күтәрелә, икенсе яҡтан – тираж арта. Бер данаһы – йөҙ һум ғына. Илле дана һатып алырлыҡ мөмкинлегең бармы? Булһа, оҙаҡҡа һуҙмай, минең номерға аҡса күсерә һал. Ай уртаһына отчёт тапшырырға кәрәк.
...Ҡатынымдан әрләнеп булһа ла, Өфөләге, инде минең яҡын дуҫыма әйләнгән Илсурға аҡса күсерҙем. Артыңдан этеп, күтәрмәләп йөрөгән кешеләр барында, яҙыусы булараҡ, әҙәби мөхиттә танылып ҡалайым әле!

 

 

Автор:
Читайте нас