

Эйе, ҡалала йәмәғәт туалеттары мәсьәләһе киҫкен. Был проблема, әлбиттә, бер беҙҙә генә түгел. Үҫешкән илдәрҙә лә "ҡыуаҡ арты"на йөрөү күренеше менән көрәшәләр. Ә беҙ берәй мөйөштә йәки ағас-ҡыуаҡ янында әсәһе йәки атаһы балаһының аяғын тотҡанын күрһәк, иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Уның бәләкәйлеген генә аҡламайбыҙ, ә был хәлгә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Тик оло кешеләрҙе лә күрергә тура килә. Ундай саҡта күрмәмешкә һалышып үтеп китеүҙән башҡа сара юҡ. Ҡыйыуыраҡтар иҫкәрмә яһап үтергә мөмкин. Әммә төп геройға нимә эшләргә һуң? Урамда бәҙрәф булмағас...
Кешенең был тәбиғи ихтыяжын ҡалала йәмәғәт туҡланыуы, сауҙа нөктәләре, хеҙмәтләндереү ойошмалары бер ни тиклем хәл итә итеүен. Кафе, ресторан, магазиндарҙа, матурлыҡ салондарының барыһында ла туалет бар, әммә бер нәмә лә һатып алмаһаң, заказ эшләмәһәң, унда инергә һиңә бер кем дә рөхсәт итмәйәсәк.
Яңыраҡ Һарытау өлкәһендә йәшәгән курсташым шылтыратып, йыш ҡына сит илдә ял итеүҙәре хаҡында һөйләне.
- Башҡортостандың иҫтәлекле урындарында ла йөрөгө килә, әлбиттә. Әммә әлегә республикала балалар менән оҙон юл йөрөү бик үк уңайлы түгел. Юл буйҙарында, ял итә торған урындарҙа бәҙрәфтәрҙең юҡлығы, булһа ла ҡул йыуыу, йыуыныу өсөн мөмкинлектәр булмауы ҡыйын. Ял һәм сәйәхәт итеүселәргә - был иң мөһим шарттарҙың береһе. Бер нисә йыл элек улдарыбыҙҙы республикалағы иң ҙур күл - Асылыкүлде күрһәтергә тип алып барғайныҡ, тап ошо бәҙрәфкә бәйле проблема сәбәпле, барған көндө үк кисен ҡайтып китергә мәжбүр булдыҡ. Бәлки, хәҙер шарттар яҡшырғандыр ҙа, тик әлегә унда юл төшмәй тора, - ти.
Эйе, юлда туалеттарҙың юҡлығы ла - ҙур мәсьәлә. Булған хәлдә лә, улар бысраҡ, инһәң, еҫе кейемгә һеңеп килеп сығаһың. Яҡтылыҡ йәки ҡул йыуып сығыу түгел, ҡағыҙ кеүек элементар саралар ҙа юҡ. Шуға бәйле тағы һорау тыуа: әбрәкәйгә ҡайҙа барырға?
Лена АЮДРАХМАНОВА.
Фото: bioecosystems-pro.ru