

яҙыуҙарын яҙҙылар. Яңылышҡанымды врачтан сыҡҡас, һуң ғына үҙем аңғарып ҡалдым. Унан сыҡҡас ошо карта менән ҡүҙҙе, ҡолаҡтарҙы ҡаратырға индем. Бер кем дә бабайыңдың картаһын алып килгәнһең, тимәй. Мин бабайымдың картаһын яңылыш алып китеп йөрөп ҡайттым. Врачтар иғтибар итмәгәнгә аптырайым. Күп тә үтмәй бабайым больницаға барҙы. Гинеколог яҙыуы тора. Врачтар берәй нәмә әйтерҙәр микән тип уйлайым. Бабайға ла өндәшмәнем. Кискә ҡарай бабай врачтарға күренеп ҡайтты. Ипләп кенә һорайым: берәй нәмә өндәшмәнеләрме картаңа тип. Юҡ, ти". Вәт шулай ҙа була икән. Әбей шәп. Һыны ҡатып көлә. Бабайҙың картаһында гинеколог яҙыуы тора. Мазок насар. Йәһәт кенә операцияға тиелгән, ти.
Райхана БУЛАТОВА.