

Иң беренсе булып олораҡ йәштәге, ғәләмәт ауыр портфель тотҡан олпат ир килеп керҙе. Үҙен тотоуына ҡарағанда, элек ҙур урында эшләгән кешегә оҡшап тора. Портфелен асып, әллә нисә маҡтау ҡағыҙы, үҙе тураһында мәҡәләләр яҙылған гәзит-журналдар теҙеп һалды, аҙаҡтан иң ҡалын китаптан да ҡалыныраҡ хеҙмәт кенәгәһен килтереп сығарҙы.
Ә һеҙ летун икән, юҡ, кәрәкмәй, бармай, тип ҡаршы төшөүселәргә, мин бер генә урында эшләнем, вазифа буйынса йыш ҡына үрләп барҙым, өҫтәүенә ойошманың исеме йылына әллә нисә тапҡыр үҙгәреп торҙо, барыһы ла ошо кенәгәлә яҙылған, шунлыҡтан ул ҡалынайып киткән - тине. Уҡып ҡарағыҙ, тип кенәгәһен аҡтара башлағайны, уны туҡтаттылар. Ярай, хәбәр итербеҙ, бүтәндәрҙе лә тыңлайыҡ, тинеләр.
Бөхтә генә кейенгән, зауыҡлы итеп биҙәнгән ҡатын килеп керҙе. Ҡиәфәтенә ҡарағанда, бөгөндән мәктәп директоры итеп саҡырырлыҡ. Ике бәләкәй ҡыҙы бар, иренән айырылған. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс комиссияның фекере икегә айырылды. Бер төркөм ирҙәр, уны шундуҡ алырға тигән тәҡдим менән сыҡһалар ҙа, уларҙың күҙҙәре майланып киткәнен күргән ҡатын-ҡыҙҙар ҡырҡа ҡаршы төштөләр.
Был сибәркәйҙе лә, көт, хәбәр итербеҙ, тип сығарып ебәрҙеләр.
Бер ҡыҙмаса ир маҡтанды-маҡтанды ла, һүҙе үтмәгәнен тойғас, барыһын да әрләп сығып китте.
Ирле-ҡатынлы бер пар, иғланда ниндәйерәк эш икәне күрһәтелмәгән, шуға күрә икәүләп килдек, тип аңлаттылар. Икебеҙҙе бергә алып ҡарағанда, беҙ белмәгән эш юҡ, үҙегеҙ һайлап алығыҙ. Бала ҡарашырға пенсионер әсәйебеҙ бар, беҙ бер эштән дә ҡурҡмайбыҙ... Улар ҡурҡмаһа ла, комиссия ағзалары ҡурҡты шикелле, өҙөп кенә яуап бирмәнеләр.
Көн буйы барған әңгәмәнән һуң комиссия бик ауыр хәлдә ҡалды. Шәп дәғүәселәр бар, әлбиттә, һайлап алыуы ҡыйын.
- Беҙ бит уларҙың белемен тикшереп ҡараманыҡ, - тип аптырап хәбәр һалды бер комиссия ағзаһы. - Әйҙә, кем белемлерәк, шуны алайыҡ.
Был юлы барыһын да бер кабинетҡа йыйҙылар.
- Кем юғары белемле, дипломдарығыҙҙы күрһәтегеҙ! - Ун диплом өҫтәлгә килеп тә ятты. Ниндәйе генә юҡ, ә теге әрләшеп сығып киткән ир, үҙе бөгөн шым ғына ултыра, Мәскәүҙә уҡыған булып сыҡты, авиация инженеры.
Был хәлде көтмәгән комиссия ағзалары тамам албырғап ҡалды.
- Ә һеҙгә ниндәйерәк диплом кәрәк? - тип һораны беренсе олпат ир. - Минеке икәү, быныһы буйынса мин – юрист, - тағы бер диплом өҫтәлгә ҡуйылды.
Комиссия йәнләнеп китте.
- Ҡотлайбыҙ, һеҙ еңдегеҙ!
- Юҡ! - тип ҡысҡырып ебәрҙеләр төрлө яҡтан. - Минеке лә бар, - тәүге ун диплом янына тағы шунса дана теҙелде, барыһы ла тиерлек юрист дипломы.
Комиссия көрсөккә килеп терәлде.
- Тағы ниндәй документтарығыҙ бар, вис сығарығыҙ, - тине рәйес, аптырағас.
Ниңә генә әйтте икән ул һүҙҙе. Төрлө яҡтан өҫтәлгә шап та шоп кенәгәләр яуа башланы. Слесарь, аш бешереүсе, дизайнер, тырнаҡ буяусы, футбол тренеры, парлы ғаиләлә экстрасенс дипломы бар икән, зауыҡлы ҡатын – музыкант, ә Мәскәү инженеры риелтор булып сыҡты.
- Ә был нәмәкәй? - тип, бер ҙур, ҡаты тышлы диплом килтереп сығарҙы рәйес. - Бәй-бәй-бәй, фән кандидаты, ниңә тәүҙә үк әйтмәнегеҙ уны, комиссия йыйып та тормаҫ инек.
Барыһы ла көнләшеп, асыу менән теге олпат иргә ҡаранылар.
- Әллә тағы, ике диплом булғас та етер, тип уйлағайным, - тип аҡланды ул.
Ишекте һаҡ ҡына асып, биҙрә һәм швабра тотҡан оло йәштәге, мөләйем йөҙлө апай килеп керҙе.
- Хәл иттегеҙ шикелле, әҙерәк ишетеп ҡалдым, - тип һүҙ башлағайны, олпат ир урынынан һикереп торҙо.
- Мәрзиә Солтановна, һаумыһығыҙ, мине таныйһығыҙмы, Һеҙ мәктәптә математика уҡыта инегеҙ...
- Ә, Әнүәр, танымай буламмы һуң, - апай уны ҡосаҡлап алды. - Иң яратҡан уҡыусым инең бит һин. Нисә олимпиадала еңеп сыҡтың. Бына мин, пенсия йәшенә еткәс, әҙерәк аҡса эшләйем тип, ошонда килгәйнем. Түҙҙермәйҙәр, кире саҡыралар. Килгән математиктары, ярты йыл да эшләмәй, ҡасып китә, елкәләре соҡор. Аҡсаһы ныҡ кәмей инде, ҡалайтаһың, балалар йәл. Һүҙҙәрен йыҡмайым, тинем, ҡырҡ йыл эшләгән мәктәп бит. Маладис, һин дә юғалып ҡалмағанһың, ҙур кеше булып киткәнһең. Әле лә ниндәй ауыр конкурста еңеп сыҡтың. Эшемде ышаныслы ҡулдарға ҡалдырыуыма бик шатмын.
Һәм ул олпат ирҙең ҡулына биҙрә менән швабра тотторҙо.