

Ул бик күп эшләне, өйгә яҡшы аҡса алып ҡайтты, һәр ваҡыт үҙенең сығымдары, керемдәре хаҡында һөйләне, барыһын ла ғаиләгә, өйгә ташыны. Һәр ваҡыт ҡайҙа булғанын, ни эшләп йөрөгәнен һөйләне, ғаилә, балалар өсөн тырышты һәм хатта атай-әсәйҙәргә лә ярҙам итергә өлгөрә ине. Бер көндө беҙҙең фатирға форма кейгән кешеләр килеп, иремде ҡулға алды... Ә һуңынан уны икенсе ҡатынын ҡыйнаған өсөн ултырттылар. Ике телефоны булған булып сыҡты. Өҫтәүенә, ул йыш ҡына командировкаларға йөрөй ине. Йөрөргә теләгән кешене тотып булмай ул, кыҙҙар. Көнләп, үҙегеҙҙе генә бөтөрәһегеҙ. Теләһә - барыбер йөрөйәсәк".