

Бер ҡыҙыҡлы, бер ғибрәтле була яҙған (бәлки булғандыр ҙа!) хәл иҫкә төштө. Ҡыҙыҡлыһы. Буйтым ғына булған берәү сәс алдырып ултыра икән. Парикмахер тегенең яңылыш ҡолағының осон ҡырҡып, инәү һалған. "Ғәфү ит, ҡолағыңдың осон ҡырҡтым", тигән ҡобараһы осҡан сәс алыусы. Уның ҡарауы, клиенты: "Ҡайһы ҡолағымдың осон, уңынмы, һулынмы?"- тип һораған тыныс ҡына.
Ғибрәтлеһе. Бер ағайҙың көтмәгәндә сәсе ҡойолған. Өфөгә килеп ике ай дауаханала ятып, түләүле операция ярҙамында башының тиреһенә уйымсыҡтар эшләтеп, яһалма сәс ҡуйҙыртҡан.
Дауахананан сыҡҡас поезға байтаҡ ваҡыт ҡалғанға күрә баш ҡалала йәшәүсе хеҙмәттәшенә барған. Осрашыу хөрмәтенә йолаһына тап килтереп байрам иткәндәр, бер юлы "сәсен" йыуғандар. Аҙаҡ трамвайға ултырып вокзалға киткән. Барып төшөүенә милиция работниктары уны эләктереп тә алған. Ағай үҙенең "характерын" да күрһәткәндер инде, уны 15 тәүлеккә ябып ҡуйғандар. Ябыр алдынан сәсен алырға булғандар. "Алмағыҙ, ул минең сәсем түгел", тип үтенгәс: "Ә-ә-ә, һинеке түгелме, урланыңмы?",- тип тегеләр оторо ҡыланған. Ҡыҫҡаһы, ағай тап-таҡыр көйө ҡайтып киткән. Уның ҡарауы, күпмелер ваҡыттан уның үҙ сәстәре үҫеп сыҡҡан, имеш.