

Был ауыл совхоз ауылы булғанға бик бай ине. Иген мул, халыҡ та колхоз кешеһе һымаҡ түгел, күпкә етеш йәшәйҙәр.
Һуңынан үҫә килә, ошо көн иҫкә төштө лә, атайымдан теге хужалар тураһында һораштым. Уның һөйләүенсә, апа (бабай) һуғышта ҡатнашҡан, окопта ятып аяҡтары өшөгән, бармаҡтарын ҡырҡҡандар. Совхозда данлыҡлы кеше булған, алдынғы эшсе, орден-миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары күп икән.
…Бер ваҡыт шул ауылға юл төштө бит. Йорттары ошо тирәлә булырға тейеш, бик матур ағайҙар, улар магнитофонлы булып, килешле кейемдәр кейеп үҫте, тим эргәмдәге улыма. Миңә ҡыҙыҡ – иҫләрҙәрме икән, иҫләмәһәләр, атайым һеҙгә мейес сығарҙы, мин дә килгәйнем, тиермен.
Таптым теге йортто. Күргәс тә аптыраным – ағас, үлән баҫҡан, ҡапҡа емерек, ихата ҡотһоҙ. Бер таҡтаға баҫып, һикерә-һикерә йортҡа ыңғайланым. Иҫкергән ишектән һөмһөҙ ир кеше килеп сыҡты. Теге ваҡыттағы матур ағайҙарҙың береһенең исемен әйткәйнем, эйе, был мин, тине. Баҡтиһәң, ике ир бер ваҡытта ла өйләнмәгән, йәш саҡтарында күп эскән, үҙҙәре генә йәшәйҙәр. Тамаҡ хаҡына “шабашка”ға йөрөйҙәр, имеш.
Ни өсөн алдынғы эшсе балалары шул көнгә төшкән? Тағы атайымдың һөйләгәне иҫкә төштө. Ул, баяғы мейес сығартыусы хужалар ҡумта төбөндә һаҡланған алтын тештәр күрһәтте, тигәйне. Бабай һуғыштан алып ҡайтҡан. Мәйеттең ауыҙынан алған.
Алтын тештәр, шул ғаилә тураһында күп уйландым. Ҡөрьәндә генә яуап таптым: мәйетте талау – ҙур гонаһ…
Мәҙинә ЯҠУПОВА.
Фото: stihi.ru