

– Ишғәле, шулайын-шулай, ҡала мэры Эдуард Рәхмәтуллин урамдарҙың күҙ алдында яңырыуы хаҡында ҡыуанып һөйләгәнен тыңлағас, туймазылар өсөн бик ҡыуандым. Артҡы фонда эш менән булашҡан юлсылар ҙа, махсус техника ла күренә ине. Ә бер аҙҙан социаль селтәрҙә икенсе “репортаж” күреп тамам аптыраным. Интервью биргән мэр янынан үтеп киткән велосипедта барыусы юлсыларҙың көрәк менән күптән түшәлгән асфальтҡа төрткөләп, эш күрһәтеп йөрөүҙәрен төшөрөп алған. Баҡһаң, улар эштең гөрләп барыуын иҫбатлаусы манекендар ролен башҡарған.
– Ҡушғәле, ысынлап та хәтәр яңылыҡ был, ишетмәһәң – ишет! Шуны уйлап торҙом әле – әгәр күҙ буяу, мутлашыу буйынса берәй бәйге ойошторһалар, туймазылар алға сығыр, бер ҙә бирешеп тормаҫтар ине.
Кәкре БӨКРИЕВ.