

– Мәктәп котельныйына ла кеше кәрәк.
– Һуң унда көнө-төнө булырға тура киләсәк бит. Ә минең кәртә тулы малым тора. Ҡыш көнө кем уларға бесән һала, кем һуғара?
– Улайһа, йәйгеһен һыйыр көтөргә сыҡ. Көнөнә ике мең түләнһә лә кеше табып булмай.
– Юҡ-юҡ, йәй көнө бесән эшләргә, емеш-еләк йыйырға кәрәк. Һис тә бушай алмайым.
– О, әйҙә клуб мөдире бул! Аҡсаһы күп түгел, шулай ҙа стажы бара
– Ундай эшкә, Рәйес Рәйесович, йәштәрҙе ебәр. Минең инде халыҡ алдында сәхнәлә сабып йөрөрлөк дәртем юҡ.
– Күрше силсәвиткә почтальон эҙләйҙәр, тиҙәр ине. Машинаң бар, аҙнаһына ике тапҡыр ғына барырға кәрәк. Әйҙә, рәхәтләнеп эшлә!
– Юҡ-юҡ-юҡ! Беҙҙең юлдарҙы күргәнең юҡмы әллә? Эш хаҡы машинаны ремонтлауға китһә, миңә ни файҙа?
– Атыу белмәйем хатта... Башҡа бер нәмә лә тәҡдим итә алмайым!
– Кит инде, Рәйес Рәйесович! Пенсияға балдарҙы нисек йыйырға тейешмен?! Эшләйем тип торған ерҙә дәртемде һүндерҙегеҙ! Ҡайҙа барып төртөләйем хәҙер? Мин һине хөрмәт итеп ярҙам һорап киләм бит әле... Пенсияға нисек сығырмын инде? Ауылда эш юҡ бит...
А. СӘЛӘХОВА.