

Новомостовая урамын алайыҡ. Был урамда Спас сиркәүе булғанлыҡтан, урамы ла шулай аталған. 1956 йылда яңы күпер файҙаланыуға тапшырыла. Уны, Өфөләге беренсе күперҙе, халыҡ бик ҡыуанып көтөп алды. Уға тиклем, саҡ ҡына өҫтәрәк, понтон күпер бар ине. Олатайым менән ат егеп Өфөгә килгәндә, унан сығырға сират көтә торғайныҡ.
– Һеҙҙең быуын кешеләре бәхетле, ана ниндәй күпер һалалар, беҙҙең һымаҡ ат бимазалап йөрөмәҫһегеҙ инде, – ти торғайны олатайым шул төҙөлөп ятҡан күпергә ишаралап.
Ул яңылышҡан. Яңынан-яңы күперҙәр төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, ат түгел, машина бимазалайбыҙ, һаман юлдарға һыймайбыҙ.
Новомостовая урамы Яңы түшәлгән урам тип түгел, ә Яңы күпер урамы тип тәржемә ителергә тейештер. Хәйер, урамдың төрлө ерендә уны төрлөсә яҙғандар. Эйе, урамдарҙың тарихын да, башҡорт телен дә йүнләп белмәү касафаты был.
Өфөләге күп атамаларҙың исемдәрен башҡортсаға тәржемә иткәндә йә уларҙың әһәмиәте, йә мәғәнәһе юғала. Ана, Степан Кувыкин исемендәге урамдағы бер кафе ишегенә русса: “Работаем без перерыва и выходных”, тип яҙғандар, башҡортса тәржемәһе “Тәнәфестәр һәм ял көндәре буласаҡ”, тип яңғырай. Ошондай хаталар бик күп, уларҙы төҙәтергә теләк юҡмы, ғилем етмәйме?
Фәрәғәт ҒАФАРОВ,
Өфө ҡалаһы.