+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
29 Май 2025, 10:05

Булыр бала - биләүҙән

– Шулай итеп, коллега-депутаттар, беҙ урындағы советҡа башлыҡ һайларға йыйылдыҡ. Беҙгә ике кандидатура күрһәттеләр. Береһе – Урманов Ғәли Шафиҡ улы, икенсеһе – Сәрүәров Батыр Лайыҡ улы. Асыҡ тауыш бирергә тигән тәҡдим индерҙеләр, – тип башланы сессияны уның председателе Вадим Һаҙый улы. – Хәҙер һүҙҙе уларға бирәйек.

Булыр бала - биләүҙәнБулыр бала - биләүҙән
Булыр бала - биләүҙән

Кандидаттар үҙҙәренең биографияһын һөйләнеләр. Программалары менән таныштырҙылар. Әгәр ҙә башлыҡ вазифаһына һайлана ҡалһалар, халыҡ өсөн йәндәрен тәне менән аямаясаҡтарын, Конституция буйынса эш итәсәктәрен белдерҙеләр.
– Йә, кем нимә әйтер? – тине председатель улар үҙ һүҙҙәрен әйтеп бөткәс.
– Былай, минеңсә, барырлыҡ, – тине Төнъяҡ округының депутаты Ғәләүетдинов. – Йәштәр. Шулай ҙа мин Урмановҡа тауыш бирәм. Сөнки уның программаһы беҙҙең өсөн ярарлыҡ.
– Юҡ, – тип ҡаршы төштө Көньяҡ округының депутаты Вилданов. – Сәрүәровтың программаһында социаль мәсьәләләргә күберәк өҫтөнлөк бирелгән. Беҙ ул өлкәгә баҫым яһарға тейешбеҙ.
Депутаттарҙың фекере икегә бүленде. Бәхәсте Көнбайыш округының депутаты Сабитовтың тауышы туҡтатты.
– Тауыш, тауыш, коллегалар. Уларҙың декларациялары бармы? Беҙҙе уның менән таныштырманылар.
– Бар, – тине Вадим Һаҙый улы. – Бына, минең алдымда ята. Сәрүәров Батыр Лайыҡ улының атаһынан ҡалған иҫке бура өйө бар. Шәхси машинаһы юҡ. Служебный машинаһында йөрөй. Батыр Лайыҡ улының хәләл ефете – хужабикә. Әнисә Таһировнаның биш машинаһы, ете квартираһы бар һәм дә биш йөҙ миллион һум аҡсаға хужа. Урманов Ғәли Шафиҡ улының квартираһы юҡ. «Запорожец» машинаһы бар, боҙоҡ. Ә бына Ғәли Шафиҡ улының алты айлыҡ малайы Вәлиҙең иҫәбендә ике миллиард һум аҡса, дүрт иномарка машинаһы, ун квартираһы бар. Хәләл ефете хужабикә.
– Ооо! Вәли Ғәли улы – гений! Ғүмер буйы юғары постарҙа эшләнем, бындай феноменды тәүгә күреүем. Вәли Ғәли улы булдыра! Минең ҡартам бахыр, “Булыр бала – биләүҙән”, ти торғайны. Мин Вәли Ғәли улын башлыҡ итеп һайларға тәҡдим итәм, – тине Урта округының “мәңгелек депутат” исемен йөрөткән 120 йәшлек Сәйфетдинов.
– Ул депутат түгел, – тине Вадим Һаҙый улы.
– Мин үҙ урынымды уның файҙаһына тәҡдим итәм, – тине “мәңгелек депутат”.
– Эйе шул, – тип хупланы Көнсығыш округының депутаты Вәлиев. – Беҙгә эшләрлек, дәрте ташып торған етәксе кәрәк. Быларҙан нимә һорайһың, – тип кандидаттарға төртөп күрһәтте. – Ғаиләһен дә ҡарай алмаған етәксе кәрәкме беҙгә? Әлбиттә юҡ! “Батшаһына ҡара ла – иленән төңөл”, тигән әйтем бар халыҡта. Ғәфү итегеҙ, тураһын әйткәнгә, донъя хәлен белеп буламы – бына Ғәли Шафиҡ улын хәләл ефете үҙенең өйөнән ҡыуып сығарһа, ҡайҙа йәшәр? Боҙоҡ “Запорожец”ындамы? Торғандары – бомж бит.
– Вәли Ғәли улы алты айлыҡ ҡына бит әле, – тип ҡаршы төштө председатель Вадим Һаҙый улы.
– Эшсән, перспективалы Вәли Ғәли улы бәлиғ булғансы, уның урынына эшһөйәр Әнисә Таһировнаны һайларға тигән тәҡдим индерәм, – тине Сәйфетдинов.
Тәҡдим бер тауыштан хупланды.

Сәлих ВАҺАПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас