

Әммә йәш ҡатындың эҙенә осраҡлы рәүештә төшкәндәр: 2 июнь көндө уны Сестрорецк ҡалаһында видеокамералар теркәгән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар Виктория йәшәгән адресты асыҡлай һәм уны Криминалистика идараһына саҡырталар. Йәш ҡатын 9 йыл элек дауахананан үҙ теләге менән китеүен һөйләгән, ул операция яһарға кәрәк тип баҫым яһаған ата-әсәһенә үпкәләнем, тигән. Күпмелер ваҡыт Всеволожск ҡалаһында әхирәтендә йәшәгән, өйҙән сыҡмаған тиерлек, сөнки уны эҙләүҙәрен яҡшы аңлаған. Һуңыраҡ бер ир менән танышып, уның янына Сестрорецкҡа күсенгән, өйҙә генә ике бала тапҡан... Медиктарға һәм дәүләт учреждениеләрена ла мөрәжәғәт итмәгән.
Йәш ҡатын һөйләүенсә, уға ҡарата бер кем дә бер ниндәй ҙә хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәлдәр ҡылмаған, яҡындары менән ул аралашырға теләмәй. Хәҙер Викаға - 24 йәш. Нисек һуң ул өйҙә генә бала табып була? Тимәк, уларҙың документтары ла юҡ... Үҙенең дә документтары юҡ... Бик сәйер, хатта башҡа һыймаҫлыҡ хәл һымаҡ. Ә уның ата-әсәһе был ваҡыт эсендә ниҙәр кисерҙе икән? Ә бит һау-сәләмәт, ғүмеренә бер нәмә лә һәм бер ни ҙә янамаған кешене эҙләүгә дәүләт фәләнсә аҡса тотҡан... Беҙҙеңсә, был бик вайымһыҙ һәм аҡылһыҙ ҡылыҡ.
Сығанаҡ: SHOT Telegram-каналы.