+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
24 Июнь 2025, 07:15

ҠАЙҘА ҠАРАМА — БУРҘАР!

— Ишеттеңме? Теге йырсыны төрмәгә япҡандар! — Ишетмәү ҡайҙа? Бөтә тишектән шул турала ғына һөйләйҙәр... Миллионлап урлаған, тип яҙалар бит... — Миллионлап ҡынамы икән? Миллиард булһа ла аптырамам. Ул бурҙарға инде иҫ тә китмәй. — Бөтә етәкселәр шулдыр инде. Ҡайҙа ҡарама — бурҙар ҙа ҡараҡтар.

— Власть кешене боҙа, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Һәр хужа ҡыйыш ятҡанды кеҫәһенә һалып алырға ғына әҙер. Холоҡһоҙҙар!
— Нисек йоҡлайҙар икән ул ҡомһоҙҙар? Намыҫтары юҡтыр.
— Алла ла, мулла ла юҡ! Ярай, ябай халыҡ, әммә әсәләренең күҙҙәренә нисек ҡарайҙар икән? Ояты ни тора?!
— Ул әсәнең йөрәге әрнейҙер инде. Бур кешене тәрбиәләп үҫтерсәле!
— Беҙ бахырҙар ғүмер буйы бил бөгөп, ауыр эштә эшләп тә, ул миллионды күргән юҡ, ә былар йомшаҡ креслола әмерҙәр биреп ултырып ҡына көрәп аҡса ала! Битһеҙҙәр! Оятһыҙҙар...
— Эшләмәнек түгел, эшләнек шул! Ул колхоздарҙы ла бөтөрҙөләр, ҡоромағырҙар!
— Эйе шул! Инде күңелле була торғайны... Иҫләйһеңме, Рәшит рәйесте? Үәт, исмаһам, мировой начальник булды!
— Шәп мужик ине! Бер мәл мин шешәгә һөт ҡойоп тора инем, теге килеп инде. Нимә тип әйтергә лә белмәй юғалып ҡалдым. “Малайым һөт һорай, мин саҡ ҡына алам”, — тип мыңғырланым. Ул өндәшмәй ҡарап торҙо-торҙо ла, ҡуйынынан үҙенең шешәһен сығарып бирҙе: “Ошонда ла һөт ҡой ҙа ҡапҡа төбөндә ҡалдыр”, — тине.
— Ә мин бер юлы ҡуйыныма өс «полторашка» һөт тығып ҡайтырға сығып бара инем, ҡаршыма килеп сыҡты. Тертләп, бер ҡулым менән йөрәгемде тотҡайным, ике шешәм төштө лә китте, тәгәрәп тегенең аяғы аҫтына ғына барып яттылар. “Бөттө баш”, — тип уйлайым. Ю-уҡ! Теге йылмайҙы ла: “Береһен минең баҡсаға ташлап кит”, — тине.
— Минең бабайыма асҡыс биреп ҡуйҙы бит ул бер заман. Төндә атын егеп бара ла бабай, ем тейәп алып ҡайта ине. Яртыһы — рәйестәргә, яртыһы — беҙгә. Уны ҡош-ҡортҡа ла ашаттыҡ, күршеләргә лә һаттыҡ...
— Рәйес бит бер юлы беҙгә быҙау бирҙе. Бушлай! Минең бабай ветеринар бит инде, рәйес ике быҙауҙы үле тыуҙы, тип яҙҙыртты. Үҙенә бер быҙау алды, беҙгә икенсеһен бирҙе. Эй, булған бит заманалар! Беҙҙең Рәшит рәйес кеүек түрәләрҙе хәҙер шәм менән эҙләһәң дә табып булмаҫ!
— Эйе шул, хәҙер колхоздар ҙа юҡ, ундай начальниктар ҙа юҡ!
— Дөп-дөрөҫ! Кемеһен алма — ҡараҡтар! Нисек кенә йәшәйҙер был  намыҫһыҙ, бысраҡ әҙәмдәр — китсе-китсе...

З. Хәкимйәнова.

Читайте нас