+28 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
25 Июня 2025, 08:55

Ғәҙел баһа

— Хикәйәгә рецензия яҙҙым әле, ҡатын, бер графомандың кәрәген бирҙем генә! — Мәхмүт ултырғысын этәреп һикереп торҙо ла, принтерҙан бер нисә бит ҡағыҙ сығарғас, кинәнес менән көлөп ҡуйҙы. — Уҡып сыҡ, кәләш, гений менән йәшәгәнеңде онотма. Белинский тере булһа, “минән уҙҙыра”, тип ғәрлегенән илар ине.Ҡатыны ҡағыҙҙарҙы алып уҡып сыҡты, әммә сырайында һоҡланыу тойғолары сағылманы.— Шул тиклем насар хикәйәме ни? Бөтөнләй бөтөргәнһең бит, — тип кенә һорап ҡуйҙы.

Ғәҙел баһаҒәҙел баһа
Ғәҙел баһа

— Әҙәбиәтте бөтөрмәҫ өсөн шуның кеүек аяҡ менән яҙыусыларҙы унда индермәҫкә кәрәк. “Автор тәүге мөхәббәте хаҡында яҙа, тик нишләптер олатаһының Сталин заманындағы михнәттәрен, атаһының колхозда көн-төн эшләүен, ағаһының ҡыҙҙар күҙләп йөрөүен ентекләп һүрәтләүҙе кәрәк тапҡан. Дөрөҫөн әйткәндә, һөйләп сыҡҡан. Ә бына сюжет ҡороу, образды асыу кеүек нәмәләрҙе, әҙәбиәт закондарын бөтөнләй белмәй йәки һанға һуҡмай. Һикһәнде уҙған олатаһы тәүге мөхәббәтен осрата ла минут һайын уны яратыуын һөйләй. Йәш саҡтағыса Ирәндек тауына күтәреп алып менәм, ти. Дөрөҫөн әйткәндә, һикһән йәшлек күршеләге бабай тауға менеү түгел, урамға бер ниндәй ярҙамһыҙ сығып-керһә, балаларын таныһа — ҡыуана. Әҫәр аҙағында төп герой бар теләктәренә лә ирешә, дошмандары килеп аяғына йығыла. Һинд фильмындағы кеүек күмәкләшеп йырлап-бейеү генә етмәй. Чеховтың берәй хикәйәһен уҡып ҡараһа, нисек яҙырға кәрәклеген, бәлки, аңлар ине. Автор нәмә әйтергә теләгәндер — аңлашылмай. Ул яҙыуын бөтөнләй ташлаһа, әҙәбиәтебеҙгә ҙурыраҡ файҙа килтерер ине!” Шәп бит, ә кәләш!
— Авторы кем һуң ул хикәйәнең? — тип ҡыҙыҡһынды ҡатыны.
— Кем белһен уны? Кем яҙғаны сер булып ҡалһын рецензия яҙ инде, тип баш мөхәррир үтенеп һораны бит.
— Ғүмер буйы йәшәй белмәнең, шуға етеш донъяң да, әҙәм рәтле исемең дә юҡ! — тип ҡапыл ҡыҙып китте ҡатыны. — Йәрми һымаҡ патриот булып ҡыланһаң ни булған? Заманында армияға барыуҙан ҡасып йөрөгән әҙәм хәҙер малайын Төркиәгә уҡырға ебәрә һалды — йәнәһе, хәрби хеҙмәткә эләгеп ҡуймаһын. Ә үҙе телевизорҙан төшмәй, “ил өсөн алғы һыҙыҡта йәнемде фиҙа ҡылыр инем”, тип иламһырай, хужаларҙы маҡтап туймай. Хәҙер килеп, ай һайын берәй грант отмаһа, һис юғында түшенә миҙал тағалар. Шуның йә булмаһа хөкүмәттә эшләгән Кәли Кәлиевичтың хикәйәһе түгелме икән? Ул да үҙен яҙыусыға хисаплай заһа? Шуларҙың берәйһе булһа, үҙеңә бөтөнләй юлдар ябыла бит!
Уйға ҡалған Мәхмүт яуап һүҙе таба алмай, ултырғысҡа һеңде. Һуңынан өндәшмәй генә компьютер мониторына текәлде. Ҡараңғы төшә башлағас, өҫтәлгә рецензияның яңы варианты килеп ятты. Унда шундай юлдар бар ине:
“Хикәйә — әҙәбиәтебеҙгә яңы һулыш өрөүсе әҫәрҙәр рәтендә. Уның киләсәктә дәреслектәргә инеүенә, спектакль итеп ҡуйыласағына шигем юҡ. Чеховҡа лайыҡлы алмаш килде, буғай. Автор өс быуын тарихы аша илебеҙ тарихын тасуирлап биргән. Әҫәр аҙағында төп герой тауға менергә теләүен әйтә. Менһен әйҙә — хикәйә лә әҙәбиәтебеҙҙе бығаса артылмаған тауҙарға мендерһен.”

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас